Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында асыҡ ишектәр көнө үтте. Бында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине – уҡыу йортона буласаҡ студенттар һәм уларҙың ата-әсәләре килде. Улар республиканың дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһендәге төп юғары уҡыу йорто менән таныша, уҡытыу һәм һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында белә алды.
Абитуриенттарға һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтергә, академия уҡытыусылары һәм етәкселеге менән танышырға, идара итеү алыштарында һәм интерактив квизда ҡатнашырға тәҡдим ителде. Буласаҡ студенттарғаа шулай уҡ ҡабул итеү ҡағиҙәләре, уҡыу өҫтөнлөктәре һәм сығарылыш уҡыусылары алдында асылған перспективалар тураһында һөйләнеләр.
— Асыҡ ишектәр көнө — академиябыҙҙы эстән күреү, уҡытыусылар, студенттар менән танышыу, дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһендә белем биреү мөхитен тойоу мөмкинлеге ул, – тине Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса проректоры Илдус Сыңғыҙов. – Беҙ юриспруденция, иҡтисад йәки психология йүнәлештәре буйынса идарасылар әҙерләйбеҙ. Уларҙың барыһы ла, тәү сиратта, идара итеү кадрҙарын әҙерләүгә йүнәлтелгән. Академияның үҙенсәлеге шунда: беҙ дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Студенттарыбыҙ министрлыҡтарҙа, дәүләт комитеттарында, алдынғы корпорацияларҙа практика үтә, был уларҙың артабанғы эшкә урынлашыуына булышлыҡ итә. Бынан тыш, беҙ дәүләт власы вәкилдәрен лекция уҡырға, асыҡ дәрестәр үткәрергә саҡырабыҙ.
Ул БАГСУ тирәләй икенсе юғары белем биреү өсөн юғары уҡыу йорто булараҡ стереотип барлыҡҡа килеүен билдәләне:
– Был улай түгел. Ысынлап та, беҙҙә белем биреү программаларының бик күп төрлөлөгө бар, ул кисәге уҡыусыларҙы ла, етерлек өлкәндәрҙе лә, эшләүсе кешеләрҙе лә уҡытырға мөмкинлек бирә. Беҙҙә юғары белем биреү программалары бар, унда мәктәпте тамамлағандан һуң, колледжды тамамлағандан һуң, шулай уҡ булған юғары белем базаһында, шул иҫәптән бюджет нигеҙендә саҡырабыҙ.
Килгәндәр араһында быйыл 11-се класта уҡығандар байтаҡ ине.
– Быйыл сығарылыш класта уҡыйым, киләһе йылда академияла уҡырға теләйем. Минең юрист булғым килә һәм ошо йүнәлеште һайлайым. Әле яҡшы билдәләргә уҡып йөрөйөм, берҙәм дәүләт имтиханын да һәйбәт итеп тапшырыуға әҙерләнәм. Бында уҡый алһам бик бәхетле булыр инем, әлегә барыһы ла оҡшай, – тине Юлиә исемле ҡыҙ.
Артур исемле егет тә уның һүҙҙәрен хупланы, ул да юрист булырға хыяллана икән.
– “БАГСУ-ла уҡыйым” тигән һүҙҙәр генә лә нимә тора бит! Ул ябай уҡыу йорто түгел, ә академия. Ғорурлыҡ бит! Бөгөн уҡытыусылар менән яҡыныраҡ танышырға теләйем, уларҙың араһында билдәле ғалимдар барлығын беләм. Уҡыу йортон тамамлағас билдәле дәүләт эшмәкәре булғым килә, – тине егет.
Рәсми өлөштән һуң ҡунаҡтар өсөн һөнәри йүнәлеш биреү саралары башланды. Һәр факультет вәкилдәре үҙҙәренең һөнәрҙәре һәм иң яҡшы уҡыу практикалары менән сағыу презентациялар әҙерләгән ине.
Бынан тыш абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәһе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда булып, уның эшмәкәрлеге менән таныша алды. Улар Бәләкәй һәм Ҙур залда булды, депутаттарҙың ниндәй шарттарҙа эшләүен һәм нисек тауыш биреүен күрҙе.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!