Бөгөн, 27 ғинуарҙа, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Балтика флоты командующийы адмирал Сергей Липилин Рәсәй Геройы йондоҙон Владислав Бочаровтың ата-әсәһенә тапшырҙы. Рәсәй Президентының 2025 йылдың 24 декабрендәге указы менән гвардия капитаны Бочаров Владислав Алексеевичҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме үлгәндән һуң бирелә.
– Бөгөн беҙ махсус миссияға – һәләк булған геройҙарыбыҙҙың ата-әсәләренә һәм ҡатындарына дәүләт наградаларын тапшырыу өсөн йыйылдыҡ. Уларҙың ҡаһарманлыҡтары батырлыҡ, антҡа һәм Ватанға тоғролоҡ символына әүерелде.
Бөгөн беҙҙең менән Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Балтика флоты командующийы адмирал Сергей Владимирович Липилин. Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле Сергей Владимирович, был мөһим миссияны беҙҙең менән уртаҡлашыуығыҙ өсөн.
Балтика флотында Башҡортостандан күп кеше хеҙмәт итә. Хәрби сафта “Башҡортостан” бәләкәй карабы ла була. Хәҙер Рәсәйҙең диңгеҙ сиктәрен “Өфө” дизель-электр һыу аҫты кәмәһе һаҡлай.
Бында йәш гвардиясыларҙы, шайморатовсыларҙы, кадеттарҙы күрәм. Һеҙ бары тик үҙ юлығыҙҙы һайларға тейешһегеҙ. Хәҙер һеҙ тиңләшер кеше бар. Ул - намыҫ, бурыс һәм батырлыҡтың иң юғары кимәлен күрһәткән яҡташыбыҙ, хәрби офицер Владислав Бочаров. Буласаҡ Герой беҙҙең арала үҫкән. Белореттың 8-се мәктәбен – алтын миҙалға, легендар Рязань Хәрби-һауа көстәре училищеһын тик "бишле"гә тамамлаған. Рота командиры урынбаҫары була. Батырлыҡтары өсөн гвардия капитаны Бочаров Батырлыҡ ордены, “Батырлыҡ өсөн”, Ушаков, ике тапҡыр “Хәрби батырлығы өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Бер нисә тапҡыр ярҙамға килә һәм яралы полк ағзаларын ҡотҡара. Ул үҙенең яугирҙәре өсөн ысын өлгө була. Ә Рәсәй Федерацияһы Геройы Владислав Алексеевич Бочаров бөтә йәштәребеҙ, бөтә республика өсөн өлгө булып тора.
Бөгөн беҙ тағы ла дүрт ир-егеттең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Бына уларҙың исемдәре:
- ефрейтор Юлдашев Руслан Иршат улы;
- сержант Ғәбделбаянов Фәрит Фәгит улы;
- рядовой Медведев Сергей Викторович;
- рядовой Тимербаев Шамил Марат улы.
Уларҙың барыһы ла Батырлыҡ орденына лайыҡ булды. Бөгөн беҙ был юғары награданы геройҙарыбыҙҙың туғандарына һәм яҡындарына тапшырабыҙ. Республиканың лайыҡлы улдары хаҡында иҫтәлек мәңге йәшәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Хөрмәтле Юлия Евгеньевна, Алексей Николаевич (В.А. Бочаровтың ата-әсәһе), Флүзә Искәндәр ҡыҙы (Р.И. Юлдашевтың әсәһе), Лилиә Әхмәт ҡыҙы (Ш.М. Тимербаевтың әсәһе)! Улдарығыҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәм. Уларҙы көслө, тәүәккәл, ғәҙел итеп һәм күңелдәренә бурыс тойғоһо һеңдереп тәрбиәләгән өсөн рәхмәт. Гөлназ Фәнис ҡыҙы (Ф.Ф. Ғәбделбаяновтың ҡатыны) һәм Айгөл Әсхәт ҡыҙы (С.В. Медведевтың ҡатыны), һеҙгә балаларығыҙҙы тәрбиәләүҙә көс һәм сабырлыҡ теләйем. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: беҙ һәр ваҡыт терәк булырбыҙ һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтербеҙ. Геройҙарыбыҙ Владислав Бочаров, Руслан Юлдашев, Фәрит Ғәбделбаянов, Сергей Медведев, Шамил Тимербаевҡа мәңгелек хәтер һәм мәңгелек дан.
Ватан өсөн һәләк булғандарға мәңгелек хәтер һәм мәңгелек дан, – тине Радий Хәбиров.
Балтика флоты командующийы адмирал Сергей Липилин билдәләүенсә, бөгөн беҙ илебеҙҙең ысын илһөйәрҙәре, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар алдында гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ.
– Дүртенсе йыл илебеҙ махсус хәрби операция алып бара, яңынан баш ҡалҡытҡан фашизмды юҡ итә. 80 йыл элек ата-бабаларыбыҙ, олатайҙарыбыҙ беҙгә тыныс тормош, алға табан хәрәкәт итеү, туған телдә һөйләшеү, балалар тәрбиәләү, өйрәнеү, илебеҙҙе үҫтереү мөмкинлеген тәьмин итте. Ә бөгөн был геройҙарҙы, ата-әсәләрҙе бүләкләйбеҙ, шул иҫәптән Юғары баш командующий, Рәсәй Федерацияһы Президенты исеменән. Беҙ бөйөк илебеҙҙең шундай улдары булыуы менән ғорурланабыҙ.
Ғаиләһеҙ, ата-әсәһеҙ, әсәйһеҙ тәрбиә биреү мөмкин түгел. Ата-әсәләргә шундай кешеләрҙе - илебеҙ геройҙарын тәрбиәләгән өсөн ҙур рәхмәт. Ҡәҙерле Юлия Евгеньевна, бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты күрһәтмәһе буйынса һеҙгә ғаиләлә мәңге һаҡлау өсөн айырым билдә, Алтын миҙал, Алтын йондоҙ тапшырам. Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме, юғары батырлыҡты таныу булараҡ, улығыҙға, гвардия капитаны Бочаров Владислав Алексеевичҡа, Тыуған илебеҙҙе яҡлап күрһәткән батырлығы өсөн бирелә.
Владислав хәрби хәрәкәттәрҙең башынан уҡ үҙен ысын рус офицеры итеп күрһәтте. Хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәне, рота менән оҫта командалыҡ итте, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Уның дөрөҫ эш итеүе арҡаһында дошмандың ут нөктәләре, ҡорал һәм хәрби техникаһы юҡ ителә, мина яландары зарарһыҙландыра. Ул ауыр шарттарҙа дошман уты аҫтында яралы иптәштәрен эвакуациялай.
Юғары ихтыярлыҡ сифаттары, әлбиттә, ул үҫкән һәм тәрбиәләнгән ғаилә ҡаҙанышы.
Һеҙ батыр ул, ысын илһөйәр тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ, уның менән Балтика флоты, Рәсәй Ҡораллы Көстәре, бөтә илебеҙ ғорурлана. Һеҙ һәр ваҡыт минең ярҙамға, улығыҙ - капитан Бочаров хеҙмәт иткән Балтика флоты командованиеһы, 120-се диңгеҙ пехотаһы дивизияһы ярҙамына иҫәп тота алаһығыҙ. Ата-әсәлек хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Балтика флоты командующийы.
Владислав Бочаровтың әсәһе – Юлия Бочарова, улы Владислав исеменән Ватандың юғары наградаһын ҡабул итеү – ул бөйөк хөрмәт тә, әсә йөрәге өсөн түҙеп бөткөһөҙ ауыр йөк тә, тине.
“Владислав беҙҙең өсөн иң ҙур бәхет булды һәм мәңгегә хәтеребеҙҙә ҡаласаҡ. Ул тыныс, тыйнаҡ, иҫ киткес изге күңелле һәм яуаплы малай булды. Мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, беҙ уның ҙур киләсәге барлығын белә инек.
Хатта малай сағында ла, ҡулына таяҡ тотоп, Белорет боҙонда шайба ҡыуып йөрөгәндә лә, беҙ уның күңелендә шул уҡ рух көсөн һәм команда характерын тойҙоҡ, һуңынан улар уның асылына әйләнде.
Ул Ватанды һаҡлаусы юлын һайланы. Легендар Рязань һауа-десант училищеһына уҡырға инде һәм диңгеҙ пехотаһында танылыу тапты.
Офицер булып, халыҡ-ара армия уйындарынан триумф менән ҡайтҡас, уның менән сикһеҙ ғорурландыҡ.
Әммә махсус хәрби операция башланыу менән ғорурлыҡ менән уның ғүмере өсөн хәүефләнеү ҙә барлыҡҡа килде. Әлбиттә, һирәк яҙҙы, әммә иң мөһимен белә инек: ул үҙ эшен намыҫлы башҡара, егеттәрҙе һаҡлай һәм үҙ бурысының дөрөҫлөгөнә ышана.
Беҙҙең өсөн ул батыр гвардия капитаны, 336-сы диңгеҙ пехотаһы бригадаһының беренсе разведка ротаһы командиры ғына түгел, ә ҡәҙерле балабыҙ... Ул шылтыратып, шым ғына: “Әсәй, һин үҙеңде нисек тояһың? Бирешмә!” – ти торғайны. Бирешмәҫмен, улым.
Рәсәй Геройының был Йондоҙон ҡабул итеп, беҙ уның һыҙланыуҙарының, сыҙамлығының, ышанысының бер өлөшөн үҙебеҙгә алыуыбыҙҙы тоябыҙ.
Был награда - уның батырлығын таныу ғына түгел, ул беҙҙең тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерен биргән бөтә уландарыбыҙҙың иҫтәлеге лә.
Улыбыҙҙың батырлығы юғары баһаланған өсөн дәүләтебеҙгә, Президентыбыҙға һәм һеҙгә, Радий Фәрит улы, ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ.
Командованиеға, уның хәрби иптәштәренә, Белорет районы хакимиәтенә рәхмәт белдерәм.
Зинһар, һәләк булған һалдаттарыбыҙ тураһында онотмағыҙ. Беҙ хәтерләһәк, улар тере буласаҡ, беҙҙең менән буласаҡ”, – тине Рәсәй Геройының әсәһе.
Әлбиттә, Тыуған илебеҙ ҙә, халҡыбыҙ ҙа үҙ батырҙарын онотмаясаҡ. Ошо хаҡта Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимовтың әйткән һүҙҙәре лә һөйләй.
– Белорет ере үҙенең батыр улдарын онотмаясаҡ, тыуған ерҙәрендә уларҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында хәтер мәңге һаҡланасаҡ. Ошо маҡсатта Владислав Бочаров уҡыған ҡаланың 8-се мәктәбенә Геройҙың исемен бирәсәкбеҙ. Шулай уҡ ҡаланың Мата аръяғы биҫтәһендә барлыҡҡа киләсәк яңы урам да уның исеме менән аталасаҡ. Тағы ла бер яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы Максим Рыбаковтың исеме яңы урамға биреләсәк, шулай уҡ башҡа йүнәлештәрҙә лә эштәр башҡарасаҡбыҙ, – тине Азат Салауат улы.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотолары.