Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы 2024 йылдың июнендә мутлашыуҙы иҫкәртеү темаһына уҡытыу конференциялары һәм түңәрәк өҫтәлдәр циклын башланы. Ул ваҡыттан алып төрлө тармаҡтар буйынса фәһемле осрашыуҙар үтте һәм тәҡдимдәр әҙерләнде. Сираттағы уҡытыу конференцияһы "Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО) өлкәһендә мутлашыуҙы иҫкәртеү" темаһына арналды.
Осрашыуҙа профилле министрлыҡтар, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, муниципаль райондарҙың йәмәғәт палаталары етәкселәре һәм активистары, социаль проектлау һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге эксперттар ҡатнашты. Фекер алышыуға республиканың 30 районынан йәмғеһе 60-тан ашыу кеше ҡушылды.
Сараның модераторы булып палата рәйесе урынбаҫары Кристина Недорезова сығыш яһай. Уның һүҙҙәренсә, мутлашыу башҡа енәйәт төрҙәре араһында алдынғы урында тора: 2025 йылда Рәсәйҙә бындай төрҙәге 433 000 законһыҙ эш башҡарылған.
"Статистика мутлыҡ әүҙемлегенең артыуын күрһәтә: рәсәйҙәрҙең 94 проценты алдатыу менән осраша", – тине ул.
Коммерция булмаған секторҙа мутлашыу, ҡағиҙә булараҡ, РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса язалана, хәйриәлек рәүешендә алдау йәки ышанысты боҙоп ҡулланыу юлы менән аҡса йәки мөлкәт урлауға тура килә. Схемалар үҙ эсенә ялған фондтар булдырыуҙы, шәхси карталарға йыйымдарҙы, сайттарҙы һәм отчеттарҙы ялғанлаштырыуҙы, фишингты, башҡа кешенең исемен ҡулланыуҙы ала.
Сығышында ул был өлкәлә мутлашыуҙың типик билдәләрен аңлатты: асыҡлыҡ булмауы (тулы отчет, сығымдар сметаһы юҡ, социаль эффект аныҡ түгел), эмоциональ баҫым (тиҙлек, "хәҙер үк ярҙам итергә" саҡырыуҙар, мәғлүмәтте тикшереп булмай). Үҙеңде нисек һаҡларға? Юстиция министрлығының сайтында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың булыуын, сайттарҙың һәм социаль селтәрҙәрҙәге биттәрҙең барлыҡҡа килеү даталарын тикшерергә кәрәк (мутлашыусылар йыш ҡына блокка ебәргәндән һуң яңы биттәр аса). Йәмәғәтсе мутлашыусыларҙың ҡорбандарына дәлилдәр ҡушып (һүрәттәр, скриншоттар, хат яҙышыуҙар, сайттарға һылтанмалар) полицияға ғариза яҙырға, мутлашыусыларҙың социаль селтәрҙәге посына йәки битенә зарланырға кәңәш итә. Мутлашыу штраф йәки иркенән мәхрүм итеү менән язалана ала, шул иҫәптән айырыуса ҙур күләмдә йәки ойошҡан төркөмдә булһа 10 йылға тиклем.
Конференция спикерҙарының береһе – Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы, Республикаға идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская булды. Ул социаль селтәрҙәрҙә йышыраҡ күҙәтелгән ялған хәйриә йыйымдарын таныу ысулдары тураһында һөйләне.
Елена Прочаковская үҙенең сығышында енәйәтселәрҙең граждандарҙың шәфҡәтлелеген нисек файҙаланыуын, ауыр сирле балаларҙың ата-әсәләре булып алдап, документтарҙы ялғанлауын һәм билдәле фондтарҙың логотиптарын күсереп алыуын конкрет миҫалдарҙа күрһәтте.
Алданмаҫ өсөн аҡсаны шәхси картаға күсермәү хәйерле. Сирле балаларға аҡса йыйыу фондар аша булырға тейеш. Шулай уҡ был ғаиләнең социаль селтәрендәге аҡса йыйыу буйынса сәхифәһен ентекле өйрәнер кәрәк. Әгәр ул яңы ғына булдырылһа, шәхси фотолар, дауахананан фотолар, дауаланыу тарихы, дарыуҙар алыу буйынса отчеттар булмаһа, уйланырға кәрәк. Документтар, медицина ҡағыҙҙары сканы сифатлы булырға тейеш. Әгәр ул “ҡырҡылған”, мисәттәре “юйылған”, шәхси мәғлүмәт тура килмәһә – аҡса күсермәгеҙ.
Ул да әгәр алданһағыҙ полицияға ғариза бирергә, бөтә дәлилдәрҙе һаҡларға, алдаҡ сәхифәләргә ялыу ебәрергә кәңәш итә.
Фото: Йәмәғәт палатаһы.