Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
18 Март , 21:15

Өфөләге телебашня үҙгәрәсәк

18 март – Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнө

Өфөләге телебашня үҙгәрәсәк
Өфөләге телебашня үҙгәрәсәк

РТРС филиалы булған "РТПЦ Республики Башкортостан" Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуы уңайынан Өфөлә тематик иллюминация ебәрергә уйлай. 

Төҫлө панноны Рәсәй триколоры һәм "18 март – Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнө" тигән яҙыу биҙәйәсәк. Ул 20 сәғәттән 22 сәғәткә хәтлем эшләйәсәк. Бер үк ваҡытта Симферополдә лә телебашня пәйҙә буласаҡ, медиафасадта ярымутрау, шулай уҡ "Бөтәһе лә беҙҙән башланды" тигән йүгерек яҙыу күренәсәк. Шулай уҡ Ҡазан, Новосибирск һәм Һамар телебашняларында ла "Ҡырым – ул Рәсәй" исемле яҙыу барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Калининград, Сочи һәм башҡа ҡалаларҙа ла шундай уҡ байрам кәйефе тыуҙырыласаҡ.

Шуныһы, 2018 йылдың 14 мартында Ҡырым һәм Севастополь Рәсәй Федерацияһы составына инде.

Фото: "Молодежная газета".

Автор: Ильдар Акьюлов
Читайте нас