9 май - Еңеү көнө
10 Апреля , 11:30

"Сәләмәт ғаилә - көслө Рәсәй" фестивалендә ҡатнашығыҙ

Ойоштороусылар илебеҙҙең күмәк балалар үҫкән ғаиләләрен фестивалдә әүҙем ҡатнашырға саҡыра

"Сәләмәт ғаилә - көслө Рәсәй" фестивалендә ҡатнашығыҙ"Сәләмәт ғаилә - көслө Рәсәй" фестивалендә ҡатнашығыҙ
"Сәләмәт ғаилә - көслө Рәсәй" фестивалендә ҡатнашығыҙ

“Күп балалы ғаилә” проекты быйылғы “Сәләмәт ғаилә – көслө Рәсәй” Бөтә Рәсәй спорт фестиваленә саҡыра.

Фестиваль илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән ғаиләләрҙе әүҙем тормош рәүеше, ғаиләләге спорт йолалары һәм уртаҡ ҡаҙаныштар тирәләй тупланырға әйҙәй.

Фестиваль бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала. Йыл буйына “Спорт хәрәкәте” видеояҙмалар конкурсында, “Күп балалы миль” йүгерешендә, ғаиләнең спорт менән бәйләнешен күрһәткән фото-, видеороликтар менән “Беҙ – спортта” интернет-акцияһында ҡатнашырға була.

Был фестивалдең географияһы киңәйә бара. Былтыр уға илебеҙҙең 74 субъектынан ҡушылып, конкурстарға 1300-гә яҡын фото-, видеоэштәр ебәрелгән. Финалда тиҫтәләгән ғаиләләлр бүләкләнгән, проект иһә күп ғаиләләрҙең йыллыҡ календарында урын алған.

– Фестивалдең ҡатнашыусылары менән бергә үҫкәнен күрәбеҙ. Күп ғаиләләр спорт тормоштарының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгәнен күрһәтә, – ти “Күп балалы Рәсәй” проекты етәксеһе Наталья Карпович.

Ойоштороусылар рәсәйҙәрҙе фестивалдә әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

Фестивалдең интернеттағы сәхифәһе: https://многодетные-семьи.рф/sportfest. Проектты Мәскәүҙең Күп балалы ғаиләләр берләшмәһе Ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам фонды менән берлектә тормошҡа ашыра.

Һүрәт: многодетные-семьи.рф/sportfest

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас