

Бөгөн, 7 май – Радио көнөндә, баш ҡалалағы Телеүҙәк башняһы яҡтыртыла. Бында ҡотлау һәм байрамдың символдары – радио тулҡындары менән уратылған Ер шары, юлдаш, радиоалғыс, ҡолаҡсындар, Шухов башняһы һүрәттәре тоҡана. Ҡотлау яҡтыртҡысын киске сәғәт 10-дан төнгө 12-гә тиклем күрергә була.
2018 йылда Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының радио селтәрен заманса итеп үҙгәрткәндән һуң, ҒМ-диапазонында дәүләт радиопрограммаларын өс миллиондан ашыу кеше тыңлай ала.
– Беҙҙә бөтөнләй яңы селтәр. Уны бик тиҙ булдырҙыҡ. Башҡортостан халҡына радио тыңлау мөмкинлеген тыуҙырыуҙа ҡатнашыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Командабыҙ көн һайын яратҡан радио станциялары аныҡ, теүәл эшләп торһон өсөн көсөн һала, – ти Рәсәй телевидение һәм радио селтәренең Башҡортостан филиалы директоры Юрий Матвеев.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/...