Яңы ҡорамал Миәкәгә килтерелде

Күп функциялы ҡорамал пациенттарға ашығыс медицина ярҙамын күрһәткәндә, анестезия һәм операциянан һуң мөһим күрһәткестәр мониторингы өсөн тәғәйенләнгән

Яңы ҡорамал Миәкәгә килтерелдеЯңы ҡорамал Миәкәгә килтерелде
Яңы ҡорамал Миәкәгә килтерелде

Реаниматолог һәм анестезиологтың заманса күсмә мониторы Миәкә үҙәк район дауаханаһына килтерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Ҡорамалды “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы килтерҙеләр.

Күп функциялы ҡорамал пациенттарға ашығыс медицина ярҙамын күрһәткәндә, анестезия һәм операциянан һуң мөһим күрһәткестәр мониторингы өсөн тәғәйенләнгән. Уны ҡаты сирлеләрҙе тәрбиәләгәндә лә файҙаланасаҡтар.

-Яңы ҡорамал – районда медицина ярҙамы кимәлен күтәреүҙә мөһим аҙым. Заманса монитор пациенттарҙың хәле үҙгәргәндә тиҙ йоғонто яһарға, анестезияны хәүефһеҙ үткәрергә һәм планлы ярҙамды күрһәткәндә мөмкинлектәрҙе арттырасаҡ. Беҙ ярҙам өсөн рәхмәтлебеҙ һәм ҡорамал кеше ғүмерҙәрен тағы күберәк ҡотҡарырға булышлыҡ итәсәк, - тине Миәкә үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илшат Ғилемйәнов.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас