9 май - Еңеү көнө
29 Июня , 15:30

Өфө кампусында этностилдәге кейем коллекцияларын күрһәттеләр

Буласаҡ дизайнерҙар һәм иҡтисадсылар заманса технологиялар, ғәмәли бурыстар һәм милли мотивтарҙы дөйөм бер проект итеп берләштергән.

Өфө кампусында этностилдәге кейем коллекцияларын күрһәттеләрӨфө кампусында этностилдәге кейем коллекцияларын күрһәттеләр
Өфө кампусында этностилдәге кейем коллекцияларын күрһәттеләр

Вуз-ара кампуста уның резиденты Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары сығарылыш квалификация эштәрен яҡланы. Буласаҡ дизайнерҙар һәм иҡтисадсылар – “Кейем технологияһы һәм конструкцияһы”, “Проект менеджменты һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады” кафедралары студенттары – заманса технологиялар, ғәмәли бурыстар һәм милли мотивтарҙы дөйөм бер проект итеп берләштереп, үҙенсәлекле кейем коллекцияларын тәҡдим итте.

Дәүләт имтиханы комиссияһы ағзалары студенттарҙың эшен юғары баһаланы.

Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина, диплом эштәрен кейем күрһәтеү рәүешендә яҡлау форматы вуз-ара кампустың яңы эш логикаһын яҡшы сағылдыра, тип билдәләне.

– Был – кампустың дисциплина-ара проекттар өсөн майҙансыҡҡа әйләнеүенең асыҡ миҫалы, бында модельерҙар, иҡтисадсылар һәм инженер-технологтар бергә эшләй, – тине ул. – Йәштәрҙең милли мотивтарға мөрәжәғәт итеүе, уларҙы заманса эшлекле контексҡа индереүе айырыуса ҡыуаныслы. Беҙ тап ошондай – тәрән, ғәмәли, шул уҡ ваҡытта мәҙәни кодты һаҡлаған белем биреүҙе булдырабыҙ.

Иң сағыу өлгөләрҙең береһе – ҡатын-ҡыҙ-етәксе өсөн милли стиль элементтары ҡулланылған кейем коллекцияһы. Уңайлы фасон, милли биҙәү элементтарын белеп ҡулланыу коллекцияла заманса эшлекле стилде һәм республика үҙенсәлеген берләштерергә ярҙам итә. Дизайн авторы – Айгизә Хәбирова, ә иҡтисади яҡтан нигеҙләү эшен Эмилия Шәйхетдинова башҡарған. 

– Актуаль дизайн, этномотивтарҙы самалап ҡулланыу һәм ярашлы хаҡ, сәнәғәт кимәлендәге юғары сифатлы тегеү аша коллекциябыҙға конкурентлыҡ һәләте тәьмин ителә. Былар барыһы ла Башҡортостанда мәҙәни мираҫты хөрмәт иткән һәм быны үҙенең нескә зауығы аша күрһәткән заманса ҡатын-ҡыҙ етәксе образын тыуҙырырға мөмкинлек бирә, — ти кейем авторҙары.

Розалина Аҙнағолова менән Миләүшә Латипованың эштәре лә практик йүнәлешле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Улар Өфө технологтары уйлап тапҡан утҡа һәм эҫегә сыҙамлы уникаль туҡыманы ҡулланған һәм сварщиктар өсөн махсус һаҡланыу кейеме уйлап сығарған.

Башҡорт милли мотивтарына нигеҙләнгән кейем өлгөләренән тыш, 3 йәштән алып 10 йәшкә тиклемге балалар өсөн интерактив уйынсыҡ-робот өсөн йомшаҡ тышлыҡ проекты ла тәҡдим ителде. Эштең авторы Айһылыу Кәримова әйтеүенсә, ул юғары технологияларҙы хәүефһеҙ, зауыҡлы һәм тотоп ҡарауға йомшаҡ тауар менән берләштереү бурысын алдына ҡуйған.

Белешмә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.

Башҡортостан Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/29119/

Өфө кампусында этностилдәге кейем коллекцияларын күрһәттеләр
Өфө кампусында этностилдәге кейем коллекцияларын күрһәттеләр
Өфө кампусында этностилдәге кейем коллекцияларын күрһәттеләр
Өфө кампусында этностилдәге кейем коллекцияларын күрһәттеләр
Өфө кампусында этностилдәге кейем коллекцияларын күрһәттеләр
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас