Өфөгә - 450 йыл
30 Августа 2024, 17:15

Өфөгә Роман Головченко килде

Баш ҡалала Беларусь Премьер-министры Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашасаҡ

Өфөгә Роман Головченко килдеӨфөгә Роман Головченко килде
Өфөгә Роман Головченко килде

Бөгөн кискә ҡарай Өфөгә рәсми визит менән Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко килде. “Өфө” аэропортында уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Баш ҡалала Беларусь Премьер-министры Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашасаҡ.

Сәфәр барышында республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу һәм Көрәш һарайын асыу тантанаһында ҡатнашыу ҡаралған.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас