Өфөгә - 450 йыл
10 Октября 2024, 09:30

Өфө мең-мең уттар менән балҡыясаҡ

Был - Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәренән Республика көнөнә Өфө халҡына бүләк.

Өфө мең-мең уттар менән балҡыясаҡӨфө мең-мең уттар менән балҡыясаҡ
Өфө мең-мең уттар менән балҡыясаҡ

Республика көнөндә Өфөләге һанлы телебашня байрам уттары менән балҡып торасаҡ.

11 октябрҙә Өфөнөң һанлы телебашняһын архитектура-художестволы яҡтыртыу башлана. Телебашняны архитектура-художестволы яҡтыртыу - Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәренән Республика көнөнә Өфө халҡына бүләк.

РТРС селтәренең 150 метрлыҡ һанлы телевизион башняһы Өфө ҡалаһының географик үҙәгендә «Воронки» сәләмәтлек һуҡмағы янында, М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркынан алыҫ түгел урынлашҡан. 2018 йылдан башня ҡала һәм уның тирә-яғындағы 1 миллион 200 мең кеше өсөн 20 һанлы эфир телеканалы трансляциялай.

2024 йылдың сентябрендә Өфө ҡалаһының һанлы телевизион башняһында архитектура-художестволы яҡтыртыу монтажлана. Хәҙер ҡоролма Өфөнөң иң сағыу иҫтәлекле урындарының береһе, заманса арт-объект буласаҡ. 7500-ҙән ашыу светодиодлы пикселлы яҡтыртҡыс, дүрт прожектор һәм 72-92 метрлыҡ медиафасад башняны ҡала үҙәгенең биҙәгенә әйләндерә. Заманса яҡтыртыу ҡорамалдары һәм программа тәьминәте башняға төрлө төҫтәрҙә балҡып торорға мөмкинлек бирә. Медиафасадтағы экранда видеояҙмалар, һүрәттәр, йүгереүсе юл ебәрергә мөмкин. Билдәле даталарға һәм байрамдарға яҡтылыҡ панноһында махсус визуаль сценарийҙар индереләсәк.

Яҡтылыҡ ҡорамалдары ҡуйылғанға тиклем башня ремонтлана һәм буяла. Ҡорамалдарҙы монтажлау буйынса эштәр ике айҙан ашыу дауам итә. Монтажланған ҡорамалдарҙың дөйөм ауырлығы өс тоннанан ашыу.

Архитектур яҡтыртыу ваҡыты: 10 октябрҙә 19:00 сәғәттән 21:00 сәғәткә тиклем, 11 октябрҙә 19:00 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем.

Сығанаҡ: РТРС селтәре.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас