21 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Родина» кинотеатрында "Йәй. Ҡала. Мөхәббәт” (“Лето. Город. Любовь”) тип аталған яңы нәфис фильм премьераһын ҡараны.
Сара кинематография индустрияһы һәм йәмәғәтселек вәкилдәрен йыйҙы. "Йәй. Ҡала. Мөхәббәт” - кешелек мөнәсәбәттәренең дөйөм темаһы менән бәйле төрлө жанрҙағы һигеҙ новелланы берләштергән альманах. Сюжеттар республиканың баш ҡалаһында бара. Өфөнөң 450 йыллығы хөрмәтенә төшөрөлгән кинотаҫма ҡаланың мәҙәни төрлөлөгөн күрһәтә. Фильм 2025 йылдың февралендә прокатка сыға һәм онлайн-платформаларҙа күрһәтелә башлай. Проектты «Аскарфильм» киностудияһы һәм «МедиаСтарт» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тормошҡа ашыра. Фильм 2023 йылда Башҡортостанда Радий Хәбиров башланғысы менән үткәрелгән кинематография өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн республика Башлығы гранттары конкурсында еңеүсе булды. Былтыр бөтәһе өс тулы метражлы һәм бер ҡыҫҡа метражлы фильм, шулай уҡ бер анимация сериалы грант ярҙамы алды.
“Йәй. Ҡала. Мөхәббәт” фильмының ике новеллаһының художество етәксеһе һәм режиссеры - «Өфөнән һөйөү менән», «Йыл ғаиләһе», «Өс таған» фильмдары һәм башҡа кинотаҫмалар авторы Айнур Асҡаров. Төп ролдәрҙе Башҡортостан актерҙары Азат Йыһаншин, Артур Ҡунаҡбаев, Рушанна Бабич, Полина Шабаева, Николай Рихтер, Сәғиҙулла Байегет, Андрей Ганичев, шулай уҡ Рәсәйҙең билдәле артистары Валентина Ляпина, Владимир Гарцунов, Илья Виногорский башҡара. Айырым новеллалар өҫтөндә Айрат Абушахманов, Виталий Дудка, Айҙар Аҡманов, Айсыуаҡ Йомағолов, Руслан Юлтаев, Руслан Рим улы эшләгән.
Фото һәм мәғлүмәт: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/186022.html