

Ағиҙел йылғаһы буйындағы Колоннаданы сағылдырған фотоконкурсҡа https://vk.cc/cEuyqz йомғаҡ яһалды!
Конкурс еңеүселәре
"Профессиональ фотография" номинацияһында:
1-се урын һәм 40 000 һумлыҡ аҡсалата приз - Яровиков Олег Витальевич, “Салют фонында Колоннада”
2-се урын һәм 20 000 һумлыҡ аҡсалата приз - Седельников Дмитрий Олегович,”Колоннада сағылышында"
3 -сө урын һәм 10 000 һум аҡсалата приз - Кулагин Николай Васильевич, “Дуҫлыҡ Монументы фонында Колоннада”
"Һәүәҫкәр фотография" номинацияһында:
1-се урын һәм 15 000 һумлыҡ аҡсалата приз - Бочкарева Ольга Александровна, “Яр буйында матур”
2-се урын һәм 10 000 һумлыҡ аҡсалата приз - Щепетова Ольга Дмитриевна, “Ямғырҙан һуң”
3-сө урын һәм 5 000 һумлыҡ аҡсалата приз - Тарасова Мария Валерьевна, ”Сухум Колоннадаһы"
Махсус приз Абхазия Республикаһына 2025 йылдың йәйге миҙгелендә ете көнгә, һигеҙ төнгә туристик путевка Низамов Альберт Әлтәф улына эләкте, “Кис” (Һәүәҫкәр норминация).
Махсус приз Абхазия Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса дәүләт комитеты тарафынан булдырылған.
Еңеүселәрҙе Арт-квадраттағы "Фабрика" универмагының LOFT залында бүләкләнеләр. Унда конкурсанттарҙың иң яҡшы эштәре ҡуйылған. Күргәҙмә 2024 йылдың 15 декабренә тиклем эшләй. Онлайн форматтағы бөтә эштәрҙе конкурс координаторының сайтында күрергә мөмкин: creativeufa.ru/gallery.
Еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ! Ижадығыҙ һәм илһамығыҙ өсөн рәхмәт! Бөтә конкурсанттарҙы һәм фотоһүрәт һөйөүселәрҙе "Визуал" художестволы фотография студияһы фотографтарынан конкурсанттарҙың фотоһүрәттәрен тикшереүҙә көтәбеҙ, уның датаһы төркөмдә иғлан ителәсәк https://vk.com/vizual_ufa.
Белешмә: конкурсты ойоштороусы - Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте. Халыҡ тауыш биреүендә “Профессионалдар” номинацияһында 416 тауыш алған 36 фотоһүрәт, “Һәүәҫкәрҙәр” категорияһында 1148 тауыш йыйған 112 фотоһүрәт ҡатнашты. Финалға жюри баһаһына профессионалдарҙың 20 иң яҡшы эше һәм һәүәҫкәрҙәрҙең 45 иң сағыу фотоһы үтте.
Фотолар яҙылыу тәртибендә ҡуйылған.
Фото сығанағы: https://disk.yandex.ru/d/EzV9xEsgLVD8Cg