Ҡояш ҡыҙҙыра ғына быйыл, баҡсанан бай уңыш алырға теләгәндәр төрлө ысулдар эҙләй.
"Йыл да тиреҫ ташланған картуф баҡсаһында ер йомшаҡ, кипмәһен өсөн быйыл һөрҙөрөп тә торманыҡ. Ҡый үләндәрен сапҡылап, картуф сәсеп сыҡҡандан һуң, бойҙай һаламын түшәп ҡуйырға иҫәп. Сүп үләне лә баҫмай, утап торорға ла кәрәкмәй", - ти Мәләүез районынан Ринат Ибраһимов.
Лилиә Саребу тигән ханымдың баҡсаһында ла бер сүп үләне күрмәҫһең! Картуф ултырған түтәлдәргә сидерат ултыртҡан, тәүгеһе шытып өлгөргәнсе, икенсеһен сабып, дымды һаҡлар өсөн ергә түшәп тә ҡуйған. “Газон, кесерткән һәм башҡа үләндәрҙе һыуҙа әсетеп йәшелсә түтәленә һибәм. Бар йәшелсә ишелеп уңа”, - ти уңған хужабикә лә.