Быйыл күп төбәктәрҙә йәй буйы ямғыр яуҙы. Йылғалар ташып, күп хужалыҡтарға зыян килтерҙе. Көҙгәсә баҡсалар, бесәнлектәр һыу аҫтында ятты.
Әбйәлил районында ла шулай булды. Һыу ҡайтҡандан һуң ер ҡатты. Минең тыуған ауылым Амангилделә йәшәгән ҡустым картуф алғансы ике көрәк һындырҙы...
Ә күрше Үтәгән ауылында бөтә өйҙәрҙең дә баҙы һыу менән тулды, әле лә дымлы. Ә картуфлыҡтар инде йәйгеһен бөтөнләйе менән күләүектәр эсендә йөҙҙө. Әле килеп һыу ҡайтты, халыҡ бесән эшләй, картуф ала. Ләкин баҡсаларҙағы тупраҡ ныҡ ҡатып, кәҫкә әйләнгән.
Ишбирҙе Мөхәмәтйәновтың нисек ыҙалап уңыш йыйғанын видеояҙмаға төшөрөп, ватсаптан тараттылар: ағай ерҙе тәүҙә лом менән тишкеләп йомшарта, артабан көрәкте эшкә егә, ҙур-ҙур кәҫтәрҙе сүкеш менән һуғып яра - шунан һуң ғына картуфты сүпләп биҙрәһенә һала.
Был видеояҙманы ҡарап илағы килә: кеше ни хәтлем ыҙалай. Тотош картуфлыҡты ошо рәүешле барып сығыуы, ай-һай... Ярай әле, Ишбирҙе ағайҙың аҙ булһа ла уңышы бар. Ҡайһы бер кешеләрҙең сәскән картуфы юҡҡа сыҡты: унда-бында һирәк-һаяҡ һәм ваҡ ҡына. Шуға күрә кемдер картуфты бөтөнләй алып тормаҫҡа булды...
Хоҙай ярҙам бирһен!
Видео: Үтәгән ауылы чатынан.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.