Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
3 Февраль 2025, 22:00

Ҡош-ҡортто ҡырағай йәнлектәрҙән нисек һаҡларға?

Был серҙе Федоровка районының Яңы Яуыш ауылында йәшәгән һәүәҫкәр йырсы систе.

Ҡош-ҡортто ҡырағай йәнлектәрҙән нисек һаҡларға?
Ҡош-ҡортто ҡырағай йәнлектәрҙән нисек һаҡларға?

“Иртәгә һуйып, һыуытҡысҡа һалып ҡуйырбыҙ тип өйрәктәрҙе һарайға бикләп ҡуйғайныҡ, иртәнсәк сығыуыбыҙға дала төлкөһө – ҡарһаҡтың хаслығы булдымы - ниндәйҙер йәнлек тиҫтәләгән өйрәктең муйындарын һығып, ҡанын эсеп сығып киткән. Шунан бирле үҙебеҙ үҫтергән ҡош-ҡортто һаҡлау сараһын уйлап таптыҡ”, - ти Нурийән Ишҡолов.

Баҡтиһәң, йырсы һарайҙағы ҡош-ҡортҡа тәүлек әйләнәһенә йыр “тыңлата” икән. “Ҡысҡырып һөйләп торған радио тауышын ишетеп, йыртҡыс йәнлек унда кеше бар тип уйлай һәм кәртә-ҡура тирәһенә яҡын юламай”, - ти һәүәҫкәр.

Ҡош-ҡортто ҡырағай йәнлектәрҙән нисек һаҡларға?
Ҡош-ҡортто ҡырағай йәнлектәрҙән нисек һаҡларға?
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас