Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
13 Июнь 2025, 02:59

Был ҡыяр кетерҙәп кенә торасаҡ

Кемгәлер уксус йә шәкәр ярамай. Ә бындай ҡыярҙы һәр кем ашай аласаҡ.

Был ҡыяр кетерҙәп кенә торасаҡ
Был ҡыяр кетерҙәп кенә торасаҡ

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнә бер ҡатын яҙып ебәргән:

"Ҡыярҙы һыуыҡ һыуға тоҙлайым: өс литрлы банканың төбөнә бер укроп һабағы,өсәр ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япраҡтарын һалам дә бер рәт баҫтырып ҡуйып ҡыяр теҙәм, тағы бер һабаҡ укроп, өсәр япраҡ, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, 5-6 бөртөк ҡара борос, шунан банканы ҡыяр менән тултырам да ике аш ҡалағы өймәләм тоҙ һалам, өҫтөн керән япрағы менән ҡаплайым.

Йә ҡайнап һыуынған, йә 1-2 сәғәт ултырған һыуыҡ һыу ҡоям. Ҡапҡасын ябып, тоҙ иреһен өсөн, бер нисә тапҡыр әйләндереп-тулғандырып алырға кәрәк. 2-3 көн өйҙә тотоп, һыуы кәмеһә, тоҙло һыу өҫтәп, баҙға йә мөгәрәпкә ҡуйырға була.

Эҫе һыу менән бешермәгәс, ҡыярҙар кетерләп кенә торасаҡ. Кемгәлер уксус, шәкәр ярамай. Ә былай һәр кем дә ашай ала.

Крандан һыу алам дә ҡайнатып һыуытам, йә булмаһа бер нисә сәғәткә кран һыуын ултыртып торам. Тәмендә айырмаһын бик күрмәйем, кәйефемә ҡарап эшләйем".

Ә һеҙ һалҡын һыуға ҡыяр тоҙлағанығыҙ бармы?

Автор фотоһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-33711741_77907

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас