Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
12 Сентябрь 2025, 18:30

Картуф серемәһен тиһәгеҙ, ҡоро бесән ярҙам итер

Быйылғы йәй ҙә сағыштырмаса ямғырлы булды. Күптәр картуфының һыулы булыуы, остары ҡарайыуы тураһында борсолоу белдерә. Картуфты ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн ябай ғына бер кәңәш. 

Картуф серемәһен тиһәгеҙ, ҡоро бесән ярҙам итер
Картуф серемәһен тиһәгеҙ, ҡоро бесән ярҙам итер

Күптәр баҡса тултырып сәскән картуфының һыулы булыуы, әле үк тимгел-тимгел ҡара тап төшөүе тураһында борсолоу белдерә. Бындай картуфты ҡышҡылыҡҡа һаҡлап булырмы  икән, тип бошона халыҡ. Бына шундай осраҡҡа бер кәңәш.

Һарайҙың йәки берәй ҡаралтының иҙәненә ҡалын ғына итеп ҡоро бесән түшәгеҙ ҙә өҫтөнә картуфығыҙҙы йәйеп һалығыҙ. Уның өҫтөнә тағы бер ҡатлам бесән һалығыҙ. Ошо килеш тәүге көҙгө һыуыҡтар төшкәнсе ҡалдырығыҙ. Ҡоро бесән картуфтағы барлыҡ артыҡ дымды әкренләп һурып алып бөтәсәк, тип кәңәш бирәләр. Ошо ысул менән киптерелгән картуфты хәүефләнмәйенә баҙға һалырға мөмкин, тиҙәр.

Уңышығыҙҙың мәнфәғәтен күрегеҙ!

Фото: ауыл чатынан. 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас