Ишембай районы Ишәй ауылынан һәүәҫкәр композитор, йырсы , шағирә Рузалия Ниғмәтуллинаның үҙендә күптәндән һыналған рецепт буйынса әҙерләнгән помидор, ҡыярҙарын яҡындары яратып ашай. Шуға ла оҫта хужабикә йыл һайын уны күпләп әҙерләй. Һүҙ - Рузалия апайға.
- Хужабикәләргә бер шәп, еңел генә рецепт тәҡдим итергә булдым. Ваҡ ҡыяр, помидорҙарҙы яҡшылап йыуабыҙ. Шулай уҡ 0,7 банкаларҙы йыуып әҙерләйбеҙ. Артабан һәр банка төбөнә тәмләткестәр теҙәбеҙ: 1-2 лавр япрағы, 3 -4 бөртөк ҡара борос, 2 -3 тырнаҡ һарымһаҡ һәм теҙеп кенә ваҡ ҡыярҙы, өҫтөнә помидорҙы һалабыҙ ҙа духовка табаһына пергамент ҡағыҙ йәйеп(сатнап китмәһен өсөн)банкаларҙы һыуһыҙ, йәшелсәләре менән 20 - 25 минутҡа, утты бик әкрен генә асып стерилләргә ултыртабыҙ.(һарымһаҡ еҫе сыға башлағансы тотам) Банкалаҙың ҡапҡастарын да шунда бергә ,банкалар эргәһенә ҡуйып ебәрәм. Алдан уҡ газ плитәһенә кәстрүлгә һыу ҡайнатырға ултыртам, үҙеңә нисек кәрәк, тәмләп ҡарап тоҙ һалаһың.Ваҡыты еткәс, банкаларҙы алып, өҫтөнә ҡайнап ултырған тоҙло һыуҙы тултырып һәм һәр бер банкаға берәр аш ҡалағы 9% уксус һалып стерилләнгән ҡапҡастарҙы ябып,түңкәреп, йылы әйбергә төрөп ҡуям.Һыуынғансы тотам да банкаларҙы баҙға төшөрәм. Был үҙем уйлап рецепт. Йыл да эшләйем, бик тәмле килеп сыға! Аштарығыҙ тәмле булһын!
Рузалия Ниғмәтуллинаның фотолары.