Бындай ысул менән үҫтерелгән помидор һалҡындарға сыҙамлыраҡ була, сөнки тәбиғи сынығыу уҙа. Улар ауырыуҙарға ла яҡшыраҡ ҡаршы тора, уңышты ла, ғәҙәттә, күберәк бирә, тип белдерәләр.
Октябрь ахыры-ноябрь башында, беренсе һалҡындар төшкәс, баҡсала 15-20 сантиметр тәрәнлектә соҡор ҡаҙырға. Һәр береһенә берәр помидор һалырға. Эйе-эйе, берәрҙе. Өҫтөн тупраҡ менән күмеп, тығыҙлабыраҡ ҡуйырға. Күмелгән томаттан алып ер өҫтөнә ҡәҙәр 10 сантиметр булырға тейеш. Өҫтөнә тағы 10-15 сантиметр ҡалынлығында ҡоро япраҡ түшәргә, ҡалыныраҡ булһа ла ярай. Елдә осмаһын өсөн, уларҙы сетка йә тишекле әрйә менән баҫтырып ҡуйырға. Ҡар яуғас, өҫтөнә ҡар өйөп ҡуйырға.
Яҙғыһын, ер йылынғас, япраҡты алырға. Һәм тиҙҙән помидор үҫентеләре "урманы" тишеп сығыр. Уларҙы "нетканка" менән ҡапларға онотмағыҙ, ҡырау һуҡмаһын. Кәрәккәнсә үҫкәндән һуң, ҡаҙып алып, айырып ултыртырға. Ошолай итһәгеҙ, өйөгөҙҙә үҫтереп ятмаһағыҙ ҙа була.
***
Был кәңәш шаҡтай бәхәс тыуҙырҙы. "Балалар яртылаш ашап ташлаған помидормы, көҙҙән орлоғо төшөп ҡаламы - май ахыры-июнь башында сыға бит теләһә ҡайҙа төртөп. Һынар өсөн ҡалдырғаным бар еләк араһында. Үҫә лә, помидоры ла була, өлгөрә лә", - тигән Гөлфиә Шәрифуллина.
Дания Ниғәмәтйәнова иһә: "Тышта ергә күмеү әкиәт, нисә күмеп ҡараным, сыҡҡаны булманы. Өшөп серегән помидор ниндәй нәҫел бирһен инде", - тигән. Мәҙинә Шәүәлиева ла уға ҡушылған: "Ултыртҡан урынды ҡарағас, береһе лә сыҡмаған ине яҙ көнө". Хәлисә Фәттәхова ла шиген белдергән: "Туң ерҙә түгел, йылы өйҙә үҫеп китмәйҙәр әле".
Ә бына Лилиә Закирова теплица эсендә сәсеп ҡалдыра һәм үҫтерә икән. "Парникта ергә өлгөргән помидор тығып ҡалдырам. Яҙ көнө өйкөм-өйкөм матур ғына булып тишелеп сыға. Уңыш биреп ултыралар шунан. Әле иртәрәк сәсергә, көн йылы бит. Көндәр ҡатыра башлағас, төртөп ҡуям", - тигән ул. Резеда Мөхәмәтшина ла шулайта икән: "Үткән йыл нимә булыр икән тип помидорҙы парникта ҡалдырғайным, шытып сыҡты. Кинәнеп помидор биреп ултырҙы. Быйыл үҙем белеп ҡалдырҙым".
Ә һеҙ ҡышҡыһын өйҙә үрсетмә үҫтерәһегеҙҙер? Ошолай эшләһәгеҙ, үҫерме икән?
Гөлнара Күсәрбаева фотоһы.
Сығанаҡ: https://yashel-uzan.ru/news/kirklekishlr/kyska-pomidorny-nicek-dores-cacarga?clckid=a7ddb52c