Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
11 Декабрь 2025, 23:40

“Петунияларҙы октябрҙә үк ултырттым”

Шулай ти тәжрибәле сәскә үҫтереүсе. Петунияларҙы ҡасан һәм нисек дөрөҫ итеп сәсергә, тәрбиәләргә - был хаҡта сайтта уҡығыҙ. 

“Петунияларҙы октябрҙә үк ултырттым”
“Петунияларҙы октябрҙә үк ултырттым”

Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәүсе тәжрибәле һәм оҫта сәскә үҫтереүсе  Рима Ғибәҙуллинаға петунияны дөрөҫ итеп сәсеү, үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иткәс, уның, сәскәләрҙе бар йөрәгең менән, ихлас яратып үҫтерһәң, гөрләп үҫәләр, тигән һүҙҙәре күңелгә иң уйылып ҡалғаны булды.

Ысынлап та, Рима Рәхмәтулла ҡыҙы ифрат сәскә йәнле кеше, уның был темаға һөйләшкәндә, күңелендә уларға булған мөхәббәтенең ташып тороуын һиҙмәй булмай.

- Әсәйем өй тултырып гөлдәр үҫтерә торған ине, шуға был һөйөү миңә лә күскәндер, моғайын. Тәүҙәрәк бәрхәт, астра кеүек ябайыраҡ сәскәләр ултырта инем, уларға ла һөйөнөп, шул тиклем ҡәнәғәт була торғайным. Бер бөртөк гөлөм яңылыш һынһа илай, ә сәскәгә бөрөләнһә ихлас шатлана инем, әле лә шулаймын. Тора-бара роза, гортензиялар үҫтереп ҡарарға булдым, хәҙер баҡсабыҙҙа был сәскәләрҙең йөҙҙән ашыу сорты үҫә, - ти Рима ханым.

Ғибәҙуллиндарҙың күркәм ихатаһы күптәрҙе һоҡландыра. “Ҡайҙа нимә ултыртһаң, матурыраҡ була – быларҙы мин алдан күрәм һәм күҙ алдына килтерәм, идеялар башыма үҙенән-үҙе килә”, - ти ул. Ихатағыҙҙы күреп сығабыҙ әле, тип экскурсияға килеүселәр, фотоға төшөп сығырға теләүселәр күп икән. Үҙҙәренең ихаталарын проектлауҙы үтенеп килеүселәргә лә ихлас ярҙам итә мәҡәләм геройы.

Бынан бер нисә йыл элек Рима ханым петунияларҙың үҫентеләрен һатыу өсөн үҫтерә башлай. Фәрит ағай тормош иптәшенә бәләкәй генә айырым йорт төҙөп бирә – сәскә өйө, тип йөрөтәләр уны.

-Ошо өйгә инһәм, сыҡҡым да килмәй. Ҡайһыһындыр күсереп ултыртам, ҡайһыһыналыр ашлама һибәм – геү киләбеҙ. Сәскәләрем менән һөйләшәм, уларҙы хатта үбеп тә алам. Гөлдәр мөхәббәтте ныҡ тоялар, ысын күңедән яратып үҫтерһәң, гөрләп үҫәләр. Мин һәр бер бөртөк үҫентемде ҡәҙерләп, наҙлап тәрбиәләйем, - тип һүҙҙен дауам итә Рима Рәхмәтулла ҡыҙы. – Тәүҙәрәк тәжрибә бик юҡ ине, петунияларым яҡтылыҡ етмәгәнлектән оҙон булып үҫеп китәләр ине. Хәҙер интернет селтәрендә мәғлүмәт туп-тулы, иренмәй өйрәнергә генә кәрәк. Хата-яңылышыуар аша ла аҙмы-күпме тәжрибә тупланды.  Хәҙер “тайдал”, “опера”, “виста” кеүек элиталы сорттарға ғына өҫтөнлөк бирәм. Һатып алыусылар ҙа ошо сорттарҙы ярата, алдан заказ биреп ҡуялар. Эйе, уларҙың хаҡы ҡиммәт – 5-6 орлоҡ 200 һумға яҡын. Ләкин был сорт петуниялар ҡуйы булып үҫәләр, шуға күрә улар үҫеп, нығынғандан һуң ботаҡтарын һындырып алып, тамырландырып, күбәйтергә мөмкин. Шуға күрә октябрҙә ултыртҡан “инә” гөлөм ғинуар айында тиҫтәләгән һауыт петуния “бирәсәк”. Ләкин октябрҙә үк ултыртҡан сәскәләргә мотлаҡ лампалар кәрәк. Әгәр лампалар ҡулланмайһығыҙ икән, февралдә генә сәсергә кәңәш ителә. Мин петунияларымдың икенсе партияһын  ғәҙәттә ғинуар айҙарында ултыртам.

Тәжрибәле сәскә үҫтереүсе сәскәндә торф таблеткаларын ҡуллана икән. Шулай уҡ , уның һүҙҙәренсә, петуния ашламаларҙы бик ярата.

- Үҫентенең бер нисә япрағы барлыҡҡа килгәндән һуң, уны күсереп ултыртабыҙ бит инде. Ғәҙәттә, был эштән һуң “Эпин” һәм “Циркон”ды аралаштырып һибәм. Бер аҙҙан тамырҙары нығынһын өсөн “Кальций селитраһы” менән туҡландырырға кәңәш итәм. Үҫентеләр ныҡлап нығынғас, “Азофоска” йәки “Мочевина” һибеү яҡшы. Йәйен иһә йыш ҡына “Биогумус” менән туҡландырып торам. Петуниялар үҫкән һайын, уларҙың һауыттарын алыштырып барам, әле улар 0,2 литрлыҡ стакандарҙа, һуңыраҡ 0,5 литрлыларға, шунан бер литрлыларға күсерәсәкмен. Шулай уҡ күсереп ултыртҡанда “Радифарм” һибеү уларға көс бирәсәк. Шуны ла әйтеп үтеү мөһим - петуниялар ҡуйы булы үҫһендәр өсөн уларҙы семетеп, эргәләренән киҫеп тороу мөһим.

Әйткәндәй, йәй буйы һөйөндөргән сәскәләремде август, сентбярь айҙарында шулай уҡ ботаҡтарын тамырландырам, ғүмерҙәрен оҙайтам. Ғөмүмән, был эште үҙем генә атҡрып сыға алмаҫ инем – тормош иптәшем, балаларым ярҙам итәләр, - тип тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты Рима Рәхмәтулла ҡыҙы.

Уңған кеше бар яҡлап та уңған була – Рима апай шулай уҡ ротангтан кәрзиндәр ҙә үрә, ә тормош иптәше Фәрит Фәнис улы яһаған ағас һындар күптәрҙең баҡса-ихаталарының биҙәге - уларҙы ла һатып алыусылар яратып алалар.

Әйкәндәй,  Ғибәҙуллиндарҙың нурлы, ҡотло өйө тормош йәме булған сәскәләргә – балаларға ла бай. Фәрит Фәнис улы менән Рима Рәхмәтулла ҡыҙының изге йөрәге яҙмыш ҡосағына ташланған 14 баланы һыйындырған. “Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә өйҙөң шау-гөр килеп торғанын яратабыҙ, шуға күрә ошо балаларҙы, тәрбиәләү – беҙҙең өсөн бәхет, уларға ҡарап һөйөнөп бөтә алмайым. Бар теләгебеҙ – уларҙы тәүфиҡлы итеп үҫтереү”, - ти Рима апай.

Ошо изге ниәттәре тормошҡа ашһын, мәҡәләм геройының тирә-йүнгә таратҡан мөхәббәте үҙенә изгелектәр булып әйләнеп ҡайтһын!

Фото: шәхси архив.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас