Баҡса
19 Июня , 05:00

‎“Сәскәләр күңел торошон тоя”, - ти ти Ғафури районын Рима Ғибәҙуллина

Ысынлап та, Рима Рәхмәтулла ҡыҙы ифрат сәскә йәнле кеше, уның был темаға һөйләшкәндә, күңелендә уларға булған мөхәббәтенең ташып тороуын һиҙмәй булмай

‎“Сәскәләр күңел торошон тоя”, - ти ти Ғафури районын Рима Ғибәҙуллина‎“Сәскәләр күңел торошон тоя”, - ти ти Ғафури районын Рима Ғибәҙуллина
‎“Сәскәләр күңел торошон тоя”, - ти ти Ғафури районын Рима Ғибәҙуллина

- Әсәйем өй тултырып гөлдәр үҫтерә торған ине, шуға был һөйөү миңә лә күскәндер, моғайын. Тәүҙәрәк бәрхәт, астра кеүек ябайыраҡ сәскәләр ултырта инем, уларға ла һөйөнөп, шул тиклем ҡәнәғәт була торғайным. Бер бөртөк гөлөм яңылыш һынһа илай, ә сәскәгә бөрөләнһә ихлас шатлана инем, әле лә шулаймын. Тора-бара роза, гортензиялар үҫтереп ҡарарға булдым, хәҙер баҡсабыҙҙа был сәскәләрҙең йөҙҙән ашыу сорты үҫә, - ти Рима ханым.

‎Ғибәҙуллиндарҙың күркәм ихатаһы күптәрҙе һоҡландыра. “Ҡайҙа нимә ултыртһаң, матурыраҡ була – быларҙы мин алдан күрәм һәм күҙ алдына килтерәм, идеялар башыма үҙенән-үҙе килә”, - ти ул.

‎Бынан бер нисә йыл элек Рима ханым петунияларҙың үҫентеләрен һатыу өсөн үҫтерә башлай. Фәрит ағай тормош иптәшенә бәләкәй генә айырым йорт төҙөп бирә – сәскә өйө, тип йөрөтәләр уны. ‎

-Ошо өйгә инһәм, сыҡҡым да килмәй. Ҡайһыһындыр күсереп ултыртам, ҡайһыһыналыр ашлама һибәм – геү киләбеҙ. Сәскәләрем менән һөйләшәм, уларҙы хатта үбеп тә алам. Гөлдәр мөхәббәтте ныҡ тоялар, ысын күңелдән яратып үҫтерһәң, гөрләп үҫәләр. Мин һәр бөртөк үҫентемде ҡәҙерләп, наҙлап тәрбиәләйем, - тип һүҙҙен дауам итә Рима Рәхмәтулла ҡыҙы. – Тәүҙәрәк тәжрибә бик юҡ ине, петунияларым яҡтылыҡ етмәгәнлектән оҙон булып үҫеп китәләр ине. Хәҙер интернет селтәрендә мәғлүмәт туп-тулы, иренмәй өйрәнергә генә кәрәк. Хата-яңылышыуҙар аша ла аҙмы-күпме тәжрибә тупланды.  Хәҙер “тайдал”, “опера”, “виста” кеүек элиталы сорттарға ғына өҫтөнлөк бирәм. Һатып алыусылар ҙа ошо сорттарҙы ярата, алдан заказ биреп ҡуялар. Эйе, уларҙың хаҡы ҡиммәт – 5-6 орлоҡ 200 һумға яҡын. Ләкин был сорт петуниялар ҡуйы булып үҫәләр, шуға күрә улар үҫеп, нығынғандан һуң ботаҡтарын һындырып алып, тамырландырып, күбәйтергә мөмкин.

‎Уңған кеше бар яҡлап та уңған була – Рима апай шулай уҡ ротангтан кәрзиндәр ҙә үрә, ә тормош иптәше Фәрит Фәнис улы яһаған ағас һындар күптәрҙең баҡса-ихаталарының биҙәге - уларҙы ла һатып алыусылар яратып алалар. ‎Әйкәндәй,  Ғибәҙуллиндарҙың нурлы, ҡотло өйө тормош йәме булған сәскәләргә – балаларға ла бай. Фәрит Фәнис улы менән Рима Рәхмәтулла ҡыҙының изге йөрәге яҙмыш ҡосағына ташланған 14 баланы һыйындырған.

“Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә өйҙөң шау-гөр килеп торғанын яратабыҙ, шуға күрә ошо балаларҙы, тәрбиәләү – беҙҙең өсөн бәхет, уларға ҡарап һөйөнөп бөтә алмайым. Бар теләгебеҙ – уларҙы тәүфиҡлы итеп үҫтереү”, - ти Рима апай.

‎Ошо изге ниәттәре тормошҡа ашһын, мәҡәләм геройының тирә-йүнгә таратҡан мөхәббәте үҙенә изгелектәр булып әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас