Баҡса
26 Июня , 16:15

Еңеүселәр асыҡланды!

Йорт-ихаталарын йәйге матурлыҡҡа - сәскәләргә күмеүсе уңған, булдыҡлы гүзәл заттарыбыҙ араһында уҙғарылған "Йәйҙең йәме - сәскәләрҙә" исемле конкурсыбыҙ тамамланды. Аллы-гөллө күркәмлектең артында оло хеҙмәт ята, гөлдәр үҫтереүсе һәм бәйгелә ҡатнашыусы ханымдарға рәхмәт әйтәбеҙ! ‎Һәр кем лайыҡлы тип һанаған конкурсантының алға сығыуын теләне. Ниһайәт, еңеүселәр билдәле.

Еңеүселәр асыҡланды!Еңеүселәр асыҡланды!
Еңеүселәр асыҡланды!

Һылтанма буйынса ҡарағыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6a316fd122e6b68f12444042 

‎1-се урынға Архангел районынан Гүзәл Килмөхәмәтова лайыҡ булды! ‎

‎2-се урында – Әбйәлил районынан Илсиә Атауллина

‎3-сө урында –  Нуриман районынан Розалия Тимерғазина.‎

1-се урын яулаусы еңеүсебеҙгә "Spadays" спа-салонына https://vk.ru/spadays ‎сертификат

‎2-се урынға сығыусы гүзәл затҡа - ҡул эше оҫтаһы Лиана Хөсәйенованан https://vk.ru/id131534324 стилләштереп эшләнгән селтәр

‎3-сө урын алыусы конкурсантыбыҙға ҡул эше оҫтаһы Айгөл Сәйфуллинанан https://vk.ru/aigul_174 стилләштерелгән түбәтәй әҙерләнек. ‎

‎Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Барлыҡ конкурсанттарыбыҙҙы ла бөгөнгө еңеүҙәре менән тәбрикләп, рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт шулай тормошобоҙҙо йәмләп, тирә-яҡҡа нур сәсеп йәшәгеҙ!

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас