Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
8 Октябрь 2021, 07:56

Бүгәсәү башҡорттарында туй йолалары

artrb.ru
Фото:artrb.ru

Хәҙерге Һамар губернаһы, Бүгәсәү (элек Николаевский тип йөрөтөлгән) өйәҙендә Хужабай, Имәл исемдәрендә ун һигеҙ ауылдан ғибәрәт ике улыс башҡорттары бар. Улар, Урал тауҙары, йәғни Йылайыр һәм Тамъян-Ҡатай кантондары түңәрәге эсендәге Ирәндек, Һаҡмар буйы башҡорттары булып, ун һигеҙенсе быуаттың һуңғы яртыһындағы бәғзе бер ижтимағи иҡтисади һәм сәйәси сәбәптәр буйынса, төп илдәренән күсеп барып ултырып ҡалған. Шул башҡорттарҙың баштараҡ күскәндәрен “иҫкеләр”, һуңыраҡ күскәндәрен “яңылар” тип йөрөтәләр.

 Уларҙың телдәрендә фәҡәт “һ” менән “ҫ” хәрефе араһында ғына бер ҡәҙәр айырма бар. Яңылар “һ” өнөн ҡулланып һөйләгән, иҫке­ләр күберәк “ҫ” өнө менән һөйләй. Мәҫә­лән, яңылар “һин” тигәнде иҫкеләр “ҫин” тип әйтә. Шулай уҡ “бараһыңмы, ҡай­һылай, бармаһа, ҡайтмаһа, алмаһа, күрһен, ҡайтһын, алһаҡ” тигән һүҙҙәрҙе иҫкеләр “бараҫыңмы, ҡайҫылай, ҡаҫалай, бармаҫа, ҡайтмаҫа, алмаҫа, күрҫен, ҡайтҫын, алҫаҡ” тип һөйләй.

Ғөрөф-ғәҙәт яғынан ҡарағанда, төп яңы­ларҙа булған ғөрөф-ғәҙәттән алынып, бер аҙ татарлашҡан ғөрөф-ғәҙәттән башҡа, артыҡ үҙгәреш юҡ тиерлек. Бына шул башҡорттарҙың, яңылар тип иҫәпләнеп йөрөгәндәрендә, бынан ун-ун биш йыл сама­һы элек ҡоҙа булышыу, туйға һәм кейәүгә барыу, ҡалым алыу һәм ҡыҙ урлау йәки ҡыҙ оҙатыу ғөрөф-ғәҙәттәре ошолай ине.

 

Ҡыҙ әйттереү

 

Берәү (атай кеше тураһында һүҙ бара. – Г.А.) үҙенең улына кәләш әйттерергә булһа, алдан үҙ ғаиләһе менән егеткә белдермәйен­сә генә кәңәшләшеп, төбәгән урынға үҙҙә­ренең кәңәштәре хаҡында һүҙ һала. Был һүҙ һалыу рәсми рәүештә ҡыҙ һорау булмай, бәлки үҙҙәренең тиң күреп, ҡоҙа булышырға теләктәрен генә белдереү рәүешендә һүҙ һалыу була.

Әгәр һүҙ һалынған урындан тиңгә һа­нар­лыҡ йылы һүҙҙәр булһа, егет атаһын, яҡын-тирә күршеләрен, ағай-энеһен саҡы­рып, үҙ ғаиләһендә кәңәшләшеп, уҙылған урын менән ҡоҙа булышырға уйлағандарын белдерә. Уларҙың ул урынды оҡшатыу-оҡшат­мауҙары хаҡында кәңәш итә. Кәңәш итеүселәре ҡаршы булмағанда, төбәгән урынға егет атаһы, үҙе менән бергә бер яҡын ағай-энеһен йәки берәр дуҫ кешеһен алып, ҡыҙҙың атаһының яҡын ағай-энеһенә йәки күршеһенә (үҙ ауылынан булғанда ла шулай) барып төшә һәм егеттең атаһы үҙҙә­ренең ниндәй йомош менән йөрөгән­лек­тәрен йорт хужаһына белдерә, яусыға кемде йөрөтөү хаҡында кәңәш итә.

Ғәҙәттә, яусы булған кеше ауылдың ҡәҙерлерәге, кемгә булһа ла һүҙе үтеүсән, ҡыҙҙың атаһына яҡын йәки уның менән аралашып, ашап-эсеп йөрөгән берәй кеше, шуның менән бергә яусы үҙенә тиң булһа ла-булмаһа ла, ҡыҙ яусылағанда ҡулына бер таяҡ тотоп барырға тейеш. Әгәр яусы ауылдың ҡәҙерһеҙерәк кешеһе булһа, ҡыҙҙың атаһы, үҙенең яусыһы ауылдың түбән бер кешеһе булыуҙан сәмләнеп, ҡыҙын бирергә тейешле булғанда ла бирмәүе ихтимал.

Яусы, ҡыҙҙың атаһына барып, үҙенең ниндәй йомош менән килгәнен туранан-тура “ҡыҙыңды фәлән кешенең улына һорарға килдем” кеүек тупаҫ һүҙ әйтмәй, һаулыҡ һорашып, мәсьәләгә яҡын һүҙҙәр һөйләп, “юҡ юғалтып йөрөйөм” тип һүҙ башлап алып китә. Ҡыҙҙың атаһы яусының яусылаған урынын оҡшатһа, ҡаға-һуға мәсьәләне сисеүҙе ғаиләһе, ағай-энеһенә ҡалдырып, яусыны ҡайтарып ебәрә. Яусы ҡайтып, мәсьәләнең нисек торғанын егеттең атаһына әйтә.

Ҡыҙҙың атаһы, һүҙ беркеткәндән һуң, ағай-энеһен йыйып, кем тарафынан, ниндәй урындан ҡыҙына яусы йөрөгәнлекте белдерә һәм уларҙың шул урынға риза булыу-булмауы хаҡында кәңәш итә. Кәңәш итеүселәр тарафынан егеттең ата-әсәһе кем балалары булыуы, тоҡомдарының яҡшы, яман яҡтары тикшерелеп, ҡыҙҙы бирергә ярарлыҡ урын тип тапҡанда, мәсьәләне хәл итеүҙе ҡыҙҙың ата-әсәһенә һәм бер туғандарына тапшыра.

Шул рәүештә ҡыҙҙың атаһы үҙ ғаиләһе, ағай-энеһе менән ҡыҙҙы һораған урынға биреү тураһында кәңәш ҡорғас, ҡыҙ һорарға килгән ҡунаҡ хужаһына йәки яусыға үҙ-ара кәңәш итешкәнлектәрен белдереп хәбәр итә һәм ағай-энеләре яусының килеүен көтөп ултыра.

Яусы икенсе тапҡыр килгәндә, рәсми яусы ҡоҙа булып туп-тура өйгә керә, кәңәш төйнәп ултырған ҡыҙ атаһының ағай-энеһенә ҡарап: “юҡ юғалтып йөрөйөм, юғымды табып бирегеҙ”, тип үҙенең яусы булғанлығын белдерә. Ағай-энеләрҙән бер олорағы: “Әйҙә, түргә уҙ, юғың беҙҙә булһа, табылыр”, – ти. Яусы түргә уҙа һәм кемгә, ниндәй кешенең улына яусы булғанлығын һөйләп бирә.

Ҡыҙҙың атаһы яусыға мәһәр, туй, ҡалым биреү, инә, тун, башҡа һалымдарын күрһәтеп: “Минең менән ҡоҙа булышырға теләгән кеше ошо туй сығымдарына күнһә, ҡыҙымды бирергә кәңәш итештек”, – ти. Был һүҙҙе ишеткәс, яусы артыҡ сауҙалашып тормай, ҡайтып, егеттең атаһына ҡыҙ атаһының һорағанын белдерә. Егеттең атаһы, ул һалынған нәмәләргә ауырһынып, һалымды кәметеүҙе һорап, яусыны ҡыҙҙың атаһына тағы ебәрә. Шул рәүешле яусы егеттең атаһы менән ҡыҙҙың атаһы араһында бер нисә ҡабат йөрөй. Иң аҙаҡ ҡыҙҙың атаһы, егеттең атаһы биргән сығымға күндереп ҡайтыуында яусы таяғына таянып, егеттең атаһына ҡарап өндәшмәй тора. Өй хужаһы йәки башҡа берәү “яусының яғы ҡарышып киткән икән” тигән булып, егеттең атаһының аҡса менән яусының ауыҙын асыуын уға аяҡ юллыҡ кәрәклеген белдерә. Егеттең атаһы яусының ауыҙына аҡса ҡаптырып һөйләтергә ҡуша. Яусы ҡыҙҙың аталарының ҡоҙа булышырға теләгәнлек­тәрен һәм биргән мәһәр үә башҡа һалым­дарға күнгәнлектәрен һөйләп бирә.

Оҙаҡ та үтмәй, ҡыҙҙың атаһы ҡунаҡтарҙы үҙ өйөнә саҡырып ала. Яусы, егеттең атаһы, уның иптәше һәм ҡунаҡ хужаһы саҡырған ергә бергә баралар. Саҡырылған ҡунаҡтар янына ауылдың муллаһы һәм мәзине, кәңәштә булмаған күрше-тирәнән олораҡтар һәм яҡын-тирәнән әбей-һәбейҙәр (әбейҙәр никах туйына килгәндә май, ҡорот алып килә) саҡырылып, яңынан мәһәр, ҡалым биреү, туй һуйыу (туй үткәреү – диалект һүҙе. – Г.А.) инә, тун һәм башҡалар хаҡында булған һалымдар ҡабатланып әйтелгәндән һуң, мулла ҡыҙ менән егеткә никах уҡый. Никах уҡып бөтөүгә, егеттең атаһы ҡыҙға бүләк итеп аҡса бирә.

Иртәгәһенә ҡыҙҙың атаһы, ағай-энене яңынан саҡырып, ҡунаҡ күрһәтә. Был ҡунаҡтар: егеттең атаһы – баш ҡоҙа, өйҙән бергә килгән иптәше – нөгәр ҡоҙа һәм ике ҡоҙа араһында йөрөгән кеше – яусы ҡоҙа булып исемләнеп, өс-дүрт көн ҡунаҡ булған­дан һуң, баш ҡоҙа менән нөгәр ҡоҙа күлдәк (ҡыҙҙың атаһы тарафынан ҡоҙаларына бүләк итеп бирелгән дүртәр-бишәр аршин ситса) йәки сапан кейеп, ҡайтып китә.

Егеттең атаһы, ауылына ҡайтып, үҙенең ағай-энеһен йыйып, улына ҡыҙ әйттергән­леген һәм ҡасан туй яһарға уларҙың ваҡыт билдәләүен, шулай уҡ үҙенең ҡасан туй һуйырға теләгәнен белдерә, кәңәш итә. Шул рәүешле үҙ-ара туй үткәреү ваҡыты билдә­ләнгәс, егеттең атаһы ҡыҙҙың атаһына туйлыҡты алып ҡайтыу өсөн (туй алыусы) кешеләр ебәрергә хәбәр итә.

 

Туй алыу

 

Ҡыҙ әйттергән саҡта, егеттең атаһы тарафынан туй һуйыу, туйға тыу бейә йәки бер һимеҙ йылҡы килешенгән. Шул йылҡыны алып ҡайтыу өсөн ҡыҙҙың атаһы ағай-энеһенән өс-дүрт йәш егетте ебәрә. Был егеттәр һыбай йәки икеһенә бер арба егеп, егеттең атаһына туй алыусы ҡоҙалар булып килә. Егеттең атаһы уларҙы ауылдың йәштәренә ҡунаҡ итеп күрһәтә. Йәштәр туй алыусы ҡоҙаларҙы хәлдәренән килгәнсә һыйларға, ашатып-эсерергә тырыша. Һис ял итергә ирек бирмәй өйҙән-өйгә ҡунаҡ итеп йөрөтәләр. Һәр өйҙә туй алыусы ҡоҙалар өсөн бешерелгән аш-ҡуллама, сәй әҙерләп, алты-ете кеше өсөн һигеҙ, туғыҙ ҡаҙаҡ ҡаҙы йәки оса (һарыҡтың ҡойроҡ майы) майы, йә булмаһа дөйә үркәсе бешерелеп килтерелгән була.

Табында ултырып ҡунаҡ һыйлаусылар ауылдың үҙенә күрә һайланып ҡуйылған иң шәп аш ашаусылары булып, былар ашты ҡоҙаларға бөтөргәнсә ашатырға, ашамаһалар, күпләп-күпләп һоғондорорға, һурпаһын эсереп бөтөрөргә, шулай уҡ сәй алдында ни ҡәҙәре генә май килтерелмәһен, барыһын да ашатып, һоғондороп бөтөрөргә тейеш, сөнки ҡоҙалар (туйғандан артыҡ ашап, ашҡаҙандары боҙолғанлыҡтан) ҡоҫоп, эстәре китеп йөрөмәһәләр, ҡайтҡан ваҡыттарында: “Ҡоҙаның һыйы уртаса булды”, – тип ҡайтыуҙары бар.

Шул рәүешле туй алыусылар, өс-дүрт көн ҡунаҡ булып, егеттең атаһы тарафынан бирелгән туйлыҡты йәшереп, бикләп ҡуйған еренән йырлап алып, егеттең атаһын туй һуйырға саҡырып ҡайтып китәләр.

 

Туйға барыу һәм туй һуйыу

 

Егеттең атаһы үҙ ағай-энеһенән ирле-бисәле өс-дүрт оҙаҡ (парлы. – Г.А.) һәм бер-ике яңғыҙ егеткә туй һуя барышырға әйтә. Быларҙың ирле-бисәле булғандарының һәр береһе төп ҡоҙағыйға (ҡыҙҙың әсәһенә) күстәнәс һәм йыртышлыҡ биш-алты аршин ситса һәм үҙҙәренең ятып-тороп (ҡунып. – Г.А.) йөрөй торған йорт хужаһының бисәһенә күстәнәс әҙерләйҙәр.

Туй һуйырға бара торған көн етеү менән, барлығы өс-дүрт оҙаҡ һәм бер-ике яңғыҙ һыбай, туй һуйыусы ҡоҙалар булып, ҡыҙҙың атаһына туй һуйырға баралар. Был ҡоҙаларҙы туй алырға килгән ҡоҙалар ҡаршылар өсөн яланға сығып тора. Быларҙың береһенең ҡулында яулыҡ (ҡот) була. Ҡоҙалар килеп етеү менән, уларға ҡотто күрһәтеп, ауылға табан алдан ҡаса. Уның артынан һыбай барған ҡоҙалар ҡыуа. Арбалы булғандары ла һыбайҙарҙан ҡалышмаҫ өсөн ҡот артынан саң-томан (ҡышын ҡар) борҡотоп, арбалары менән ҡыуырға тотоналар. Сабышып барғанда ҡаршы сыҡҡан ҡоҙаларҙың ҡайһы берҙәре арбалы ҡоҙаларҙың бүректәрен ат өҫтөнән тартып алып ҡаса, ауылға ул ҡоҙаны яланбаш алып инә.

Алдан ҡот алып ҡасыусы туп-тура ҡыҙҙың атаһы йәшәгән йортҡа барып туҡтай, уның артынан туй һуя барған ҡоҙалар бара. Әгәр сабышҡан саҡта туй һуя барған берәр ҡоҙа ҡотҡа етһә, ҡотто шул ҡоҙаға бирәләр. Ҡыҙҙың атаһының өйө алдында ҡоҙаларҙы ҡаршы алырға сыҡҡан ҡарт-ҡоро, йәш-елкенсәк, ҡоҙалар килеп етеү менән, уларҙы өйгә индерә. Унда уларҙың ирҙәрен бер башҡа түргә, бисәләрен бер башҡа ҡашығаяҡ яғына айырып ултырталар. Ҡоҙалар һәм ҡоҙағыйҙар ултырып бөтөп, доға ҡылыуға, иҙәндә торған ҡунаҡ һыйлаусы йәш ирҙәр һәм йәш килендәр ҡоҙаларҙың өҫтәренә услап бауырһаҡ, сәтләүек, кәнфит, ваҡланған ҡорот һәм башҡа ашамлыҡ сәсәләр. Унан һуң ҡоҙағыйҙар өҫтөнә шул уҡ ашамлыҡты сәсеп уҙалар. Был эш барлығы ун-ун биш минут самаһы ваҡытты ала.

Ҡоҙалар шул көндә ҡыҙҙың атаһында ҡунаҡ була. Кис туй алырға барған ҡоҙалар төп ҡоҙанан (егеттең атаһы) башҡаларын таратып алып ҡайтып китә. Улар шул туй бөткәнсә туй ала барыусыларҙың өйөндә ятып-тороп йөрөй. Иртәгәһенә ҡыҙҙың атаһы барлыҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын иртәнге сәйгә саҡырып, иртәнге сәй һуңында күстәнәс сәйгә (ҡоҙалары килтергән күстәнәс) күршеләрен саҡыра.

Шуның артынса оҙаҡ та үтмәй, аш әҙерләнеп, ауылдың ҡарттарын һәм йәштәрен һәр өйҙән ирле-бисәле икешәр кеше саҡырып, ҡунаҡ күрһәтәләр. Ҡунаҡ күрһәткән саҡта һәр ҡоҙағый, үҙе килтергән йыртышын (биш-алты аршин ситса) берәр ҡунаҡ һыйлаусы бисәгә биреп, шунда ҡунаҡ күргән ағай-энеһенең бисәләренә, апһындарына берәр сирек, яртышар аршиндан йыртып өләшә. Әгәр ҡоҙағыйҙарҙың йыртышы ҡунаҡ күреүсе бисәләргә етмәһә, йыртышты аҙыраҡ алып килгән ҡоҙағыйҙан яңынан йыртыш даулап, аҡса өҫтәтәләр.

Ҡунаҡ күргән кешеләр, икәү-өсәүһе бергә ҡушылып, туйға ҡатышҡан кешеләрҙең (ҡунаҡ күреүселәрҙең) барыһын да бергә саҡыра, хәлдәренән килгән тиклем (туй алыусылағы кеүек) ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы аштан йығып ҡайтарырға тырыша.

Шул рәүешле ҡоҙалар ике көн ҡунаҡ булғас, өсөнсө көн иртә менән егеттең атаһы тарафынан бирелгән туй малы һуйыла.

Туйҙың башынан аҙағынаса һәр мәжлестә ҡурай, йыр, бейеү, уйын-көлкө була.

 

Кейәү булып барыу һәм кәләш кейәүләү

 

Туй бөткәндән һуң кейәү егет, үҙенең яҡын иптәшен алып (ул иптәшен “нөгәр” тип йөрөтәләр), кискә табан һыбай кәләшкә килә. Беренсе мәртәбә кәләшкә килеүендә кейәү туп-тура үҙенең ҡайын йортона төшмәй, шул ауылдағы еҙнә тейеш кешеһенә йәки яҡын ағай-энеһенә килә. Яҡын кеше ҡыҙҙың әсәһенә кейәүҙең килеүе хаҡында хәбәр итә: уның ҡыҙға ҡушылыуына һәм уны кем өйөнә (кейәү тәүге килеүҙә ҡайын йортонда булмай, ҡайынының айырылып сыҡҡан улының өйөндә йәки ҡайынының ҡусты тейеш кешеһендә була) төшөрөргә рөхсәт һорай. Кейәү нөгәре менән ҡәйнәһе тарафынан күрһәтелгән өйгә бара. Был өй хужаһының бисәһе, кейәүгә иң яҡын ҡайын еңгә булып иҫәпләнеп, кейәүҙе тәрбиәләй, ҡулынан килгән ҡәҙәр хөрмәт итә һәм ҡыҙҙы алып килеп, кейәүгә ҡуша.

Әгәр ҡыҙ кейәүҙең килгәнен белеп ҡалһа (ҡайһы ваҡыт ҡайын еңгәләре ҡыҙҙы юрый, кейәүҙән аҡса алыр өсөн йәшереп тә ҡуялар), йәшенә. Был ваҡыт ҡайын еңгә менән кейәү ҡыҙҙы эҙләргә сығалар һәм йәшенгән еренән табып алып ҡайталар.

Кейәү өсөн билдәләнгән айырым өй йәки бер бүлмә булып, шул бүлмәгә ике ҡомған йылы һыу әҙерләп ҡуйылған була. Кейәү менән ҡыҙ шул үҙҙәренә билдәләнгән урында төн үткәрә. Иртәгәһенә таң менән ҡыҙ өйөнә ҡайтып китә. Кейәүҙең яҡын ҡәйнештәре килеп, кейәүҙән бәке йәки балдыҙҙары аҡса алып сыға.

Өй хужаһының бисәһе (ҡайын еңгә) иртә менән күршеләрендәге йәш килендәрҙе кейәү янына саҡыра һәм кейәү килтергән бүләк ситсаны (тажтарлыҡ) ҡыҙҙың әсәһе күрһәткән килендәргә өләшә, ҡунаҡ күрһәтә, ләкин ҡыҙ ул көндә кейәүгә көн буйы күренмәй һәм саҡырған ерҙәрҙә лә кейәү менән бергә булмай.

Ҡунаҡ күргән килендәр берәм-берәм кейәүҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра. Һәр саҡырған өйҙә кейәү булған кеше сәй эсеп бөтөүгә, башҡаларҙан йәшереп, сынаяҡҡа тәңкә (аҡса) һалып ҡалдыра. Ул аҡса шул өйҙөң ҡыҙына була. Әгәр ҙә ул өйөндә ир балалар булһа, уларға кейәү ҡәйнеш итеп бәке бирергә тейеш.

Шулай кейәү дүрт-биш көн ҡунаҡ булғас, ҡайтып китә. Ун-ун биш көн уҙыуға, кейәү тағы килеп, дүрт-биш көн ҡунаҡ була, ләкин был һуңғы килеүендә һәр саҡырған өйҙә, баштағы кеүек, аҡса өләшеп йөрөмәй һәм фатир йорто ла төп ҡайын атаһы йортонда була.

Кейәү ҡайын атаһы менән ҡайын әсәһенән, шулай уҡ ҡайын атаһынан йәшкә өлкән кешенән һәм уның бисәһенән ҡасып, йәшеренеп, уларға йөҙөн күрһәтмәй йөрөй.

 

 Ҡалым биреү һәм ҡалым алыу

 

Кейәү кәләшкә бер-ике тапҡыр барып ҡайтҡас, егеттең атаһы, үҙ ағай-энеһе менән кәңәшләшеп, ҡыҙҙың атаһын ҡалым алырға саҡырырға ауылдан урта йәштәге бер-ике кешене ебәрә. Ҡалым атҡарышыу өсөн сит ауылдан бер-ике хәллерәк кешене саҡыра.

Саҡырыусы булып барған кешеләр, ҡыҙҙың атаһына барып, өс-дүрт көн ҡунаҡ булғандан һуң, ҡыҙҙың атаһы тарафынан күкрәк йәки сапан кейеп оҙатылалар һәм ҡыҙҙың атаһын ҡалым алырға саҡырып ҡайталар.

Быларҙың ҡайтыуына егеттең атаһы ҡалым бирергә әҙерләнгән, һуя торған малдарын һуйған, ҡалым атҡарышыу өсөн саҡырылған ҡунаҡтары ла, берәр тәкә һуйып, күпләп күстәнәстәр алып килгән була.

Ҡыҙҙың атаһы саҡырыусы ҡунаҡтар (ҡоҙалар) ҡайтыу менән ауылдан туғыҙ-ун пар ирле-бисәле һәм биш-алты һыбай кешегә ҡалым алырға барырға әйтә. Ҡалым алырға әйтелгән ирле-бисәле кешеләр төп ҡоҙағыйға күстәнәстәр бирә, тышлыҡ алты-етешәр аршин ситса әҙерләгән кеүек, ҡалым бөткәнсә ятып-тороп йөрөй торған йорт хужаһына ла күстәнәстәр әҙерләй, ҡалым алырға барырға йыйына.

Ҡалым көнө килеп етә. Ҡыҙҙың атаһы, ҡалым алырға барырға әйткән кешеләрен алып, барыһы бергә егеттең атаһы йәшәгән ауылға юлға сыға.

Ҡоҙалар, егеттең атаһы ишек алдына килеп туҡтау менән, ҡаршы алыусылар уларҙы өйгә алып инә. Ауылдың ваҡ балалары ҡоҙаларҙың аттарын һыуытырға (йөрөтөргә) урам буйына алып сығып китә.

Ҡоҙалар өйгә инеп ултырыр-ултырмаҫ (туйҙағы һымаҡ) өҫтәренә бауырһаҡ сәсеү була. Шуның артынса сәй, аш ашатылып, кис ҡоҙаларҙы егеттең ағай-энеһе таратып алып ҡайта. Тик баш ҡоҙа ғына үҙенең ҡоҙаһында (егеттең атаһында) ҡала. Иртәгәһенә егеттең атаһы, ауылдан бик күп кешене саҡырып, ҡунаҡ күрһәтеү ойоштора. Шул ҡунаҡ күрһәткән ваҡытта егеттең әсәһе ҡоҙағыйҙар килтергән бүләк ситсаны ҡунаҡ күреүсе бисәләргә берәр сиректән, яртышар аршиндан йыртып, йыртыш өләшә. Ул көндә ҡунаҡ күреүселәрҙең бер нисәһе ҡоҙаларҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып ала. Иртәгәһенә ҡалым атҡарышыу өсөн килгән ҡунаҡтарҙың тәкәләре ашатылып, тағы бер нисә өйҙә ҡоҙалар ҡунаҡ булып ала.

Шул рәүешле өсөнсө көн иртә менән бер нисә ерҙә ҡунаҡ булғандан һуң, егеттең атаһы өйөндә көрәгә ябыу һәм мал тотоу була. Егеттең атаһы тарафынан мал һуғыу өсөн башына яулыҡ бәйләнеп, бер ҡороҡ әҙерләнеп ҡуйылған була. Шул ҡороҡто алып, ҡоҙалар тышҡа мал араһына сыға. Унда улар егеттең атаһы тарафынан никах туйында ҡыҙға тәғәйен малды атаһына бирелгән мал тип билдәләп, өйгә инергә килә, ләкин өй эсенән берәү ишекте бикләп, ҡоҙаларҙы эскә индермәй; өйгә инергә килгән ҡоҙаларҙан берәү: “Ишекте ас!” – тип ҡысҡыра. Эстән берәү: “Күпме мәһәр ташлайһың?” – тип яуап бирә. Ҡоҙа сама менән: “Ун биш, йәки егерме, егерме биш һум”, – тип ҡысҡыра. Эстән: “Юҡ, ул аҙ,” – тиҙәр. Инергә килгән ҡоҙа хаҡты арттыра. Тағы: “Аҙ”, – тигән тауыш ишетелә. Шулай итеп, сауҙалаша торғас, мәһәр кәметелеү был ҡоҙаның өлөшөнә күрә бер сама ярарлыҡ булһа, эстән ишекте асып, сауҙалашҡан ҡоҙаны өйгә индерә. Уның артынан мал тоторға сыҡҡан икенсе бер ҡоҙа ишек янына килә. Уға ла шул эстән ишек бикле була. Уның артынан өсөнсө ҡоҙа килә. Быларҙың һәр береһенә, баштағы ҡоҙа кеүек сауҙалашып, мәһәр хаҡын кәметеп, өйгә инергә тура килә.

Шул рәүешле ҡоҙаларҙың барыһы ла, берәм-берәм өйгә инеп, үҙ урындарына ултыра. Ләкин, быларҙың алдарына ултыртылған ҡымыҙ йәки сәйҙең өҫтө бер аҡ ситса менән ябыулы булып, уның үҙенә күрә һайлап ҡуйылған кешеһе була. Ул алға ултырған ҡымыҙ йәки сәйҙе ҡарай, уны асырға бер кемгә лә рөхсәт итмәй.

Шул ваҡыт егеттең атаһы тарафынан ҡоҙа һыйлап йөрөгән кешеләр, түрҙә ултырған ҡоҙаларҙы берәм-берәм урындарынан һөйрәп торғоҙоп, үҙҙәре уларҙың урындарына түргә ултыра. Ҡоҙалар аяғүрә тороп, түргә ултырған кешеләрҙе хөрмәтләргә, уларҙы ауыҙы ябылған ҡымыҙ йәки сәйҙе мәһәр хаҡын кәметеп һатып алып, ҡунаҡ итергә тейеш.

Түрҙәгеләр әүәлгесә уларҙы ҡунаҡ итеп, хөрмәтләп, аяғөҫтө тора. Ошо ҡымыҙ йәки сәй эсеүҙе “көрәгә ябыу” тип йөрөтәләр.

Был эш ҡоҙағыйҙар араһында ла ошо тәртиптә була, ләкин улар, тышҡа сығып мал тотоп, мәһәр кәметеп йөрөмәй, мәшәҡәтләнмәй.

Көрәгә ябыу (ҡымыҙҙы йәки сәйҙе эселеп) бөтә. Бының артынан (туйҙағы һымаҡ) ат саптырыу, батырҙар, балалар көрәштереү һәм сапҡан аттарҙың алда килгәндәренә, көрәшкән батырҙарҙың йыҡҡандарына (ҡалым биреүсенең хәленә ҡарап), алда килгән атҡа ат, тай, яҡшы сапан, булмаһа ҡуй, кәзә, һарыҡ вә башҡа нәмәләр биреү, батырҙарға күлмәклек ситса, йыртыш, аҡса биреүҙәр була. Шул көндөң кисендә һаба урлау була.

Һаба урлағанда ҡоҙа һәм ҡоҙағый булып килгән кешеләр кис, ҡараңғы төшкәс, егет атаһы тарафынан ҡунаҡ күрһәтелгән кешеләрҙең барыһына ла ирҙәр үҙҙәре бер башҡа, бисәләр үҙҙәренә икенсе башҡа йыйылып, өй беренсә аш-һыу йыярға йөрөй. Быларҙың йырлаусылары, һәр өйҙөң тәҙрә төбөнә барып, фәҡәт йырлау хеҙмәтен үтәй, ҡурайсылар ҡурай тартыу, бер-икеһе ҡап алып бирелгән аш-һыу йыйыу хеҙмәтен үтәй.

Ғәҙәттә былар өйгә кермәй. Тик тәҙрә төбөнә килеп, ҡурай менән ҡушлап йырлайҙар ғына. Өй хужаһы, быларҙың килерен белеп, алдан әҙерләп ҡуйған ашамлыҡтарын сығарып биреп ебәрә.

Иртәгәһенә егеттең атаһы тарафынан ҡоҙалар оҙатыла, ләкин баш ҡоҙа, егеттең атаһында ҡалып, яңынан тағы өс-дүрт көн ҡунаҡ була.

 

Ҡыҙ оҙатыу йәки ҡыҙ урлау

Егет, үҙенең кәләшенә ҡушылып, өс-дүрт тапҡыр ҡунаҡ булғандан һуң, ҡалым биреп, ҡыҙҙы оҙатып алыу егет өсөн ауыр булһа, үҙенең кәләшен ҡайын аталарынан урлап, төндә алып ҡасырға мәжбүр була, ләкин ҡыҙ урлау бик үк уңай булмай. Күп ваҡытта ҡайын әсәһе, кейәү менән уның эйәрен һәм атын бикләп, йоҙаҡлап, ҡыҙҙың арыуыраҡ кейемдәрен йәшереп һәм үҙе кейәү ҡыҙҙы урлап алып китмәһен тип, ҡарауыллап сыға. Әгәр кейәү ҡыҙҙы урлап алып китергә әҙерләнгәндә тотолһа, ҡайын ағалары тарафынан туҡмалып та ҡуя. Шуның өсөн ҡыҙ урлау берәй кешенең йоҙағын ватып, әйберен урлауҙан бер ҙә кәм булмай.

Кейәү ҡыҙ урларға булғанда шул ауылдағы бер яҡын иптәшенә ат әҙерләп ҡуйырға ҡуша. Ул үҙенең атын-арбаһын йәки кейәүҙең атын, әйберҙәрен бикле еренән урлап алып әҙерләй. Кейәүҙең әйткән еренә барып тора. Кейәү, ҡыҙ риза булғанда, үҙенең уны алып китергә әҙерләнгәнен әйтеп, ҡыҙҙы үҙенә күрә кейендереп алып сығып китә. Әгәр ҡыҙ бер ҙә риза булмаҫтай булһа, тышҡа бергә сыҡҡан кеше булып, тышҡа сыҡҡас, өҫтөндәге күлмәге менән генә мәжбүрләп алып китә. Ошолай эшләмәгәндә ҡыҙҙы оҙатып алырға кәрәк була.

Ҡыҙ оҙатҡанда кейәүҙең ата-әсәһе, йә булмаһа кейәү үҙе ҡыҙҙың атаһында ҡунаҡ булып, ҡыҙға һөйләнелгән бер ҡат кейем, яҫтыҡ, юрған, сымылдыҡ кеүек кейем-һалым әйберҙәренең барыһын да алып килеп, ҡыҙҙың атаһында өс-дүрт көн ҡунаҡ була.

Ҡыҙ оҙата торған көндә уның атаһының ишек алдына ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға килеп тула. Өйҙә ҡыҙ үҙенең әхирәттәре менән ҡосаҡлашып илаша башлай. Ҡыҙҙың еңгәләре, уларҙы әрсәләп алып, ҡыҙҙы кейендерергә, уны юлға әҙерләй. Ләкин ҡыҙҙар бер-береһенән айырылмай, үҙҙәренең илауҙарын дауам итә. Шул мәлдә аранан йырға оҫтараҡ килен, илашҡан ҡыҙҙарҙы үсекләгән, оҙатыла торған ҡыҙға атаһының өйөндә һуңғы минут үткәргәнен иҫенә төшөрөргә теләгән һымаҡ, оҙон, моңло көй менән йырларға тотона.

Ат егелә. Ҡыҙҙы мәжбүрләп кейендереп, өйҙән алып сығалар. Ҡыҙҙың сыҡҡанын көтөп торған ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға уны инә ҡорт һымаҡ уратып ала.

Уның өҫтөнә сымылдыҡ йәки шаршау күтәреп, оҙатырға алып сығалар. Ҡыҙ һаман үҙенең әхирәттәре менән күмәк ҡыҙ-ҡатын араһында ҡосаҡлашып илаша-илаша бара. Быларҙың артынан ҡыҙ һәм егеттең атаһы үҙҙәренең арбаларына ултырып килеп, күмәк ҡыҙ-ҡатын араһынан оҙатылып барған киленде арбаға ултыртып ала. Ғәҙәттә, ҡыҙ (кейәүе булмағанда) үҙенең атаһының арбаһына ултыра. Әгәр атаһының яҡын туғаны ҡыҙҙы оҙатышып барһа, шул ағаһының арбаһына ултыра. Киленде оҙата килгән ҡатын-ҡыҙ, килен арбаға ултырыу менән ҡоҙаның (егеттең атаһы) атының башынан алып, килендең баш таңыу (һыйҙар менән оҙатыу. – Г.А.) итеп йыйылып, сәй эсеү өсөн аҡса һорай. Аҡса бирмәй тороп уны ебәрмәйҙәр.

Шул рәүешле егеттең атаһы, киленен оҙатып, ауылға ҡайтыуға, ауылдан ҡатын-ҡыҙ киленде ҡаршы алыу өсөн яланға сығып тора. Килен килеп етеү менән, уны арбанан төшөрөп алып, йәйәү ауылға алып инәләр. Улар егеттең атаһының өйөнә килеп еткәс, килен булып килгән ҡыҙ өйгә инмәй тора. Күмәк ҡатын-ҡыҙ араһынан берәү: “Килен инмәй”, – тип ҡысҡыра. Өйҙән егеттең әсәһе: “Бер һарыҡ” йәки “Бер башмаҡ”, – ти. Әгәр мал биргеһе килмәһә: “Йыуғыс менән ҡырғыс”, – ти. Шунан килен өйгә кереп ултыра. Ул көн бер нәмә лә эшләмәй, ҡунаҡ була.

Иртәгәһенә килендең балдыҙҙары, бикәстәре йыйылып, килендең билен быуҙырып, уны эсергә ала торған һыуҙы күрһәтер өсөн яҡындағы бер ҡоҙоҡҡа алып барып, шунан бер көйәнтә һыу күтәртеп алып ҡайталар. Быны “киленде һыуға башлау” тип йөрөтәләр. Килен үҙе менән бергә барған яҡын балдыҙҙарына йөҙөктәр өләшә. Яҡын ҡәйнеш тейеш кешеләренә балдаҡтар бирә.

Шунан һуң килендең ҡайын инәһе тарафынан күрше-тирә ҡатындары саҡырылып, килен күрһәтелә. Килгән бисәләр килендең аяҡ алыштарын, эшләгәндә ипле, сымырый булғанлығын, ҡулы буш торғанда аяғөҫтө баҫып, ҡунаҡтарҙы хөрмәт итә белеү-белмәүен, биленең быуыулы һәм нисек быуылғанлығын, өҫтө-башына кейгән кейемдәренең таҙа булыу-булмауын – барыһын да энәһенән-ебенә хәтле тикшереп, үҙҙәренсә килендең тәртипле-тәртипһеҙ, тәрбиәле-тәрбиәһеҙ булғанлығын тикшерә. Ҡулы бушаған саҡта килен берәр урынға һөйәлеп торһа, балдыҙ йәки ҡәйнештәре менән күберәк һөйләшһә: “Был килен ус ялатмаҫ, ауыҙы-башы остаңлап күп һөйләй, һөйәлеп тора, ялҡау булыр”, – тип тә китәләр.

Шул көндән алып килен һис бер ваҡыт та өҫтөнә кәзәки йәки елән кеймәй. Ялан күлмәк көйөнсә (асыҡ күлдәк менән. – Г.А.), башына яулыҡ (ҙур йоҡа шәл) ябынмайынса, билен быумайынса йөрөргә тейеш түгел. Һәр көн ул бөтә кешеләрҙән иртәрәк торорға, бөтә кешеләрҙән һуңыраҡ ятырға тейеш.

Йомошҡа, һыуға барғанда, урамда һис бер кеше менән һөйләшеп, барған ерендә оҙаҡлап торорға тейешле булмаған кеүек, үҙенә ҡәйнеш булмаған ир кешенең һис берәүһенең (алыҫ булғанда) алдынан үтергә хаҡлы түгел. Ул бер йылға саҡлы ҡол рәүешендә эшләргә, һорамайынса бер ергә лә бармаҫҡа, йәштәр уйнаған ергә лә йүнләп йөрөмәҫкә, өйҙә ҡапланып, йәшенеп кенә эшләргә, ашарға тейеш. Тик уның өсөн бер генә хөрлөк булһа, ул да килен булған кеше үҙ ҡәйнештәре менән теләһә нисек һөйләшә, мыҫҡыллаша, шаяра, яғалаша, көсө етһә, уларҙы йығып, теләһә нисек мыҫҡыл итә. Ул хаҡта уны берәү ҙә ғәйепләмәй, килен ул турала хөррә (ирекле, азат. – Г.А.) була.

 

Ғәббәс ДӘҮЛӘТШИН,

Мәҡәләне ғәрәп графикаһынан транслитерация эшләп,

баҫмаға әҙерләне

Гөлнара АБДРАФИҠОВА (ҒАРИПОВА),

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми-тикшеренеү институты әҙәбиәт бүлегенең өлкән

ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты.

 

 

 

Читайте нас: