Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Июль 2022, 22:00

Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!

“Атайсал” проектында ҡатнашып, “МGaz” предприятиеһы етәксеһе Марат Исаев Имәнлеҡул ауылы халҡына ошондай байрам ойоштороуҙа ярҙам иткән.

Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!

Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылында ла “Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!” байрамы үтте.

Сара Саҡмағош муниципаль районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Ихсанов, Имәнлеҡул ауылы биләмәһе башлығы Розалия Хафизова, “МGaz” етәксеһе Марат Исаев ҡотлауҙары менән башланып китте.

Байрам сиктәрендә “Атайсал” проектында ҡатнашыусыларға, ауылдың әүҙем кешеләренә урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тос өлөш индергәндәре өсөн Башҡортостан Башлығының, Саҡмағош муниципаль район һәм Имәнлеҡул ауыл биләмәһе башлыҡтарының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Байрам ваҡытында төрлө йәштәге хоккейсылар парады, класташтар һәм бер урам кешеләренең осрашыуҙары ла үтте. Мәктәп уҡыусылары флешмоб әҙерләне.

Шулай уҡ сара барышында ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар араһында волейбол буйынса ярыштар ҙа үтте.

Бай йөкмәткеле концертта Әнүәр Нурғәлиев һәм ауылдан сыҡҡан Илһам Вәлиев, Айгөл Ғабдуллина, Айнур Баянов, Илдус Вәлиев, Фәүдәт Ғиләжев сығыш яһаны.

“Атайсал” проектында ҡатнашыусы – “МGaz” предприятиеһы етәксеһе Марат Миҙхәт улы Исаев Имәнлеҡул ауылы халҡына ошондай матур байрам ойоштороуҙа ярҙам иткән.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Бер осрашайыҡ әле, ауылдаштар!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: