Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Июль 2022, 23:00

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер

"Гранд-Агро” йәмғиәте генераль директоры Илмир Шәриповҡа ҙур рәхмәт белдерелде.

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер

Бүздәк районының Урҙайбаш ауылында үткән һабантуйҙың төп ойоштороусыһы һәм бағыусыһы “Гранд-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Илмир Шәрипов булған.

Байрамға Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары, “Атайсал” проектын башлап ебәреүселәрҙең береһе Фәрит Ғиндуллин да килгән. Почетлы ҡунаҡ сығышында һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләп, ауыл эшсәндәренә һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары тапшырған.

– “Атайсал” проекты республиканың бөтә райондарында ла киң таралыу алды. Тимәк, ауылдан сыҡҡандар тыуған ерҙең яҙмышына битараф түгел. Улар үҙ көсө менән шишмәләрҙе, юлдарҙы төҙөкләндерә, мәҙәни, спорт сараларын үткәрә. Атайсалында, Бүздәк районының Урҙайбаш ауылында, байрам ойошторғаны өсөн Илмир Ғайса улы Шәриповҡа ҙур рәхмәт, ул шул рәүешле тыуған ауылын үҫтерә һәм ярҙам итә, – тигән сығышында Фәрит Ғиндуллин.        

Фото: Бүздәк районы хакимиәте.

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: