Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
30 Август 2022, 15:15

Башҡорт йыр-моңдары Нур-Солтанды гөрләтте

Ошо көндәрҙә Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында “Йыйын” байрам сараһы үткән

Башҡорт йыр-моңдары Нур-Солтанды гөрләтте
Башҡорт йыр-моңдары Нур-Солтанды гөрләтте

Ошо көндәрҙә Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында “Йыйын” байрам сараһы үткән, уны “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ярҙамында “Башҡортостан Республикаһының Конгресс-бюроһы”  автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, шулай уҡ Нур-Солтан ҡалаһы хакимиәте, Нур-Солтан ҡалаһы халыҡтары ассамблеяһы ойошторған. Сара “Столичный” циркы эргәһендәге майҙанда уҙған.

Йыйын  - башҡорт халҡының борон-борондан килгән байрамы, уның алдынан аҡһаҡалдар, ырыу вәкилдәре ҡор йыйыр булған. Ҡаҙағстандағы сарала шул төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙ, бихисап ҡунаҡтар ҡатнашҡан. Улар өсөн байрам концерты ойошторолған, Башҡортостандың Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары сығыш яһаған, мауыҡтырғыс уйындар һәм ярыштар, этнокүргәҙмә үткәрелгән.

 – Артистарыбыҙ Ҡаҙағстанда үткән “Йыйын”да икенсе тапҡыр ҡатнаша, беренсе тапҡыр Аҡтүбә ҡалаһына барғайныҡ. Сара барышында киң концерт программаһын тәҡдим иттек.  Ғөмүмән, коллективыбыҙ Башҡортостандан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға булышлыҡ итеү һәм уларға рухи ҡыуаныс бүләк итеү өсөн даими рәүештә төрлө төбәктәргә сыға, - ти Сибай концерт-театр берләшмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Кәлимуллин.

Сарала Нур - Солтан ҡалаһының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ляззат Күсәйенова, Халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Ольга Филонова һәм башҡалар ҡатнашҡан.

Концерт дүрт сәғәттән ашыу дауам иткән һәм бер минутҡа ла тамашасыларҙың иғтибарын юғалтмаған.

- Байрамыбыҙҙы биҙәгән Башҡортостандың Сибай концерт-театр берләшмәһе артистарына рәхмәт әйткем килә.  Абсолют профессионалдар командаһы! Байрам бик күңелле үтте, барыһы ла һоҡланып ҡалды.  Уйындар майҙансығында ҡунаҡтар башҡорт халҡының традицион уйындарында үҙ көсөн һынап ҡарай алды. “Йыйын” байрамын оҙаҡ иҫләйәсәктәр.  Беҙҙең емешле хеҙмәттәшлек үҙ һөҙөмтәләрен килтерәсәк әле, - тип билдәләй “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни ойошмаһы әүҙемсеһе  Дамира Кәлимуллина.

Фотоһүрәттәр яҙма геройҙарының шәхси архивынан.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: