Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Сентябрь 2022, 20:30

Ҡатайҙар стела асты

Меңәр йыллыҡ йылъяҙмаһында башҡорт милләте күпте күргән, күпте кисергән

Ҡатайҙар стела асты
Ҡатайҙар стела асты

24 сентябрҙә Ҡатай ырыуы күпләп йәшәгән Белорет районының Инйәр ауылында 1812–1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре сафында ҡатнашҡан Ҡатай ырыуы яугирҙәре хөрмәтенә стела асылды. Был сарала Белорет районынан сыҡҡан билдәле яҡташтар, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, дәүләт эшмәкәрҙәре, райондағы әүҙем ҡатайҙар, Белорет районы хакимиәте һәм Инйәр ауыл хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. 

Стеланы илһөйәрҙәр - Ҡатай ырыуына ҡараған ир-егеттәр эшләп ҡуйған. Был изге эште ғәмәлгә ашырыуҙа Белорет районынан сыҡҡан һәм Өфөлә йәшәгән яҡташтар ҙа ҙур ярҙам күрһәткән.   

Меңәр йыллыҡ йылъяҙмаһында башҡорт милләте күпте күргән, күпте кисергән. Ир-егеттәребеҙ иһә Тыуған ерен һаҡлау өсөн бер ваҡытта ла үҙен йәлләмәгән, аямаған. Ә тарихын, бөгөнгөһөн ҡәҙерләп һаҡлаған һәм киләсәген һаҡларға теләгән халыҡ ундай Ватан һаҡсыларын бер ваҡытта ла онотмаясаҡ. Нәҡ ошондай объекттар изге урындарға әйләнеп, беҙҙең рухты күтәреп, изге эштәргә дәртләндереп торорға тейеш.  

Фото: социаль селтәрҙән алынды.

Ҡатайҙар стела асты
Ҡатайҙар стела асты
Ҡатайҙар стела асты
Ҡатайҙар стела асты
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: