Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Апрель 2023, 16:00

Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе

Ойоштороусыларҙың икеһе лә - Башҡортостандан

Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе
Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе

Кисә Златоуст ҡалаһындағы мосолмандар бик үҙенсәлекле байрамға йыйылды.

Металлургтар мәҙәниәт йортона күрһәтелгән ваҡытҡа килеүселәрҙе иң тәүҙә төрлө ҡул эштәре күргәҙмәһе көтә ине. Бында тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе сағылдырыусы тегелгән, тейешенсә биҙәлгән мосолман кейемдәрен, сигелгән-бәйләнгән ҡул эштәрен, төрлө биҙәүестәрҙе, баш кейемдәрен, башҡа әйберҙәрҙе күрергә мөмкин булды. Ә картондан яһалған мәсет макеты иһә айырым иғтибар үҙәгендә торғандыр.

Шул уҡ ваҡытта балалар өсөн - һүрәт төшөрөү, ҡыҙҙарға һәм ханымдарға яулыҡ бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ҡуша барҙы. Был тирәлә лә халыҡ гөжләп торҙо. Фойела тәм-том һатыу ҙа ойошторолғайны.

Артабан сәхнәгә берәмләп тә, күмәкләп тә аят һөйләүселәр күтәрелде. Араларында балаларҙың да булыуы – йәштәрҙең иманға килеүе – бик шатлыҡлы күренеш. Ойоштороусылар викторина һорауҙары ла әҙерләгәйне. Ҡатнашыусы һәр кем дини өлкәлә белемен байытып, яңы мәғлүмәттәргә эйә булды.

Йыйылыусылар ҙур тәьҫораттар алып, күңелдәре байып, матур, сағыу байрам өсөн ойоштороусылар Алина Рахмоноваға һәм Лена Мутиговаға, Халыҡтар дуҫлығы йортона һәм Металлургтар мәҙәниәт йортона рәхмәт белдереп, ҡәнәғәт таралышты был байрамдан.

Фото һәм мәғлүмәт: Гөлгөнә Мозафарова.

 

Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе
Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе
Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе
Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе
Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе
Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе
Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе
Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе
Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙ үҙенсәлекле байрам үткәрҙе
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: