Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
4 Июнь 2023, 09:50

Рәхимовсылар төҙ ата!

Мортаза Рәхимов исемендәге  3-сө Башҡорт гимназия-интернатының спорт майҙансығында  “Күмертау уҡсылары” клубының ярыштары үтте.

Рәхимовсылар төҙ ата!
Рәхимовсылар төҙ ата!

Унда 10-дан 17 йәшкә тиклемге балалар теләп ҡатнашты. “Спорттың был төрө мускулды нығытып ҡына ҡалмай, характерҙы сыныҡтыра, ихтыяр көсөн формалаштыра”, - ти ярышты ойоштороусы Марсель Ярышев.

Мәргәнлектә һәм етеҙлектә уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҙә үҙ көсөн һынап ҡараған. Еңеүселәргә Маҡтау грамоталары, татлы приздар тапшырылған.

Рәхимовсылар төҙ ата!
Рәхимовсылар төҙ ата!
Рәхимовсылар төҙ ата!
Рәхимовсылар төҙ ата!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: