Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Август 2023, 21:00

Кинйә Арыҫлановҡа тыуған ауылында стела асылды

Батырҙары менән ил данлы  

Кинйә Арыҫлановҡа тыуған ауылында  стела асылды
Кинйә Арыҫлановҡа тыуған ауылында стела асылды

Мәләүез районының Арыҫлан ауылында башҡорт халҡының данлыҡлы батыры  Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған тантаналы сара уҙҙы.

Милли геройыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн стела асылыу сараһына Өфөнән, күрше тирә-яҡ райондарҙан, хатта сит ҡитғаларҙан ҡунаҡтар ҡайтҡайны. Улар араһында Кинйә Арыҫлановтың исемен мәңгеләштереү өсөн бар көсөн һалған, ошо ауылда тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта ғүмер иткән Гөлдәр Насир ҡыҙы менән уның тормош иптәше, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы Рим Вәлиәхмәтов, бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары  Данил Акилов, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, Күмертау ҡалаһынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы журналистар союзы ағзаһы Тәлғәт Шаһманов та бар ине.

Ауыл халҡы был сараға бик ентекле әҙерләнгән. Стела асыу тантанаһынан һуң ҡунаҡтарҙы тирмәләр, сәхнә, шулай уҡ күргәҙмәләр ҡуйылған Байбикә яланына  саҡырҙылар. Сәхнә түренән ҡунаҡтар, Арыҫлан ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов, ауыл старостаһы Ринат Хәйбуллин ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны.  Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған сара сиктәрендә кесе Ватанына файҙалы эштәр башҡарған, тыуған төйәге хаҡына тырышып эшләгән бер төркөм яҡташтарыбыҙға Кинйә Арыҫланов миҙалы тапшырылды. Улар араһында ағалы-ҡустылы Сәйфулла Әмиров һәм Ғәйнетдин Камалетдинов та бар.

Сараға килгәндәр  Өфөнән килгән “Ант” төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Заһир Иҫәнсурин, “Ант” төркөмө солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Ғафаровтың дәртле, моңло йырҙарына, һәүәҫкәр артистарға ҡушылып йырланы, бейене, ҡала мәҙәниәте һарайының “Көнгәк” бейеү ансамбленең дәрте сығыштарын ихлас алҡышланы.

(Кинйә Арыҫлановтың 300 йыллығына арналған сара тураһында мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ).

 

Кинйә Арыҫлановҡа тыуған ауылында  стела асылды
Кинйә Арыҫлановҡа тыуған ауылында  стела асылды
Кинйә Арыҫлановҡа тыуған ауылында  стела асылды
Кинйә Арыҫлановҡа тыуған ауылында  стела асылды
Кинйә Арыҫлановҡа тыуған ауылында  стела асылды
Кинйә Арыҫлановҡа тыуған ауылында стела асылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: