Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы Кинйә Арыҫланов исемендәге музей хеҙмәткәрҙәре менән берлектә башҡорт халҡы батыры Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә арналған район балалар һәм үҫмерҙәр ижадының иң ҙур ижади проектын тәҡдим итә. Конкурстың маҡсаты - үҫеп килгән быуында башҡорт халҡының милли геройы, Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән Кинйә Арыҫланов миҫалында илһөйәрлек һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫҡа йәлеп итеү, балалар, үҫмерҙәр мөхитендә художестволы һәм техник ижадты популярлаштырыу, балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижади үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу.
Конкурс 2024 йылдың ноябренән башлана. Финал Кинйә Арыҫлановтың тыуған яғында Кинйәабыҙ ауылында 2025 йылдың 28 мартында үтә. Унда 4 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала.