Иҫәнғолда Башҡорт шәле фестивале үтте. Был сара шәл бәйләү шөғөлөнөң урындағы үҙенсәлектәрен генә күрһәтеп ҡалманы - район башҡорт дебет шәленә айырым хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ алды. Атап әйткәндә, был шөғөл хәҙер ейәнсураларҙың рәсми бренды булып танылды.
Фестивалдә район вәкилдәре генә түгел, башҡа район-ҡала, төбәктәрҙән дә ҡатнаштылар. Сара сиктәрендә шәл бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтте, ә инде урындағы иң матур ҡул эштәре – шәлдәр айырым күргәҙмә булып төҫ алды. Шулай уҡ был шөғөл нигеҙендә нисек табышлы кәсеп булдырыу серҙәренә төшөнөргә мөмкин булды.