Арғаяш районында бәләкәй медицина кластары асыласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыуҙы район етәкселеге һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре менән осрашыу барышында тикшерҙеләр.
Бындай формат Башҡортостан Республикаһынан ситтә төбәк-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә тәүгә һыналасаҡ. Төп маҡсат - табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм кадрҙар резервы булдырыу. Профилле уҡытыуҙы Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары химия, биология, физика һәм генетика буйынса дистанцион рәүештә алып барасаҡ.
"Медицина кластарының Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы һәм юғары мәктәпте ойоштороусы, Арғаяш районының Мәтәле ауылында тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт дәүләт медицина институтының элекке ректоры Зәйнулла Ихсановтың тыуған төйәгендә асылыуы символик һәм әһәмиәтле. Юғары уҡыу йорто ректоры Валентин Павловҡа һәм район башлығы Игорь Ишемовҡа проектты яҡлағандары өсөн рәхмәт белдерәм", - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.
Фото: БР Даими вәкиллеге.