Һаран ғына февраль ҡояшы сығып, иртәнге һалҡын биттәрҙе семеткеләп тороуына ҡарамаҫтан, Әлшәй ағинәйҙәре, үҙҙәренең милли кейемдәрен кейеп, район мәҙәниәт һарайының башҡорт тирмәһенә сираттағы үткәреләсәк оҫталыҡ дәресенә (һөнәри дәрес) йыйылдылар. Аҙнаның бер көнөндә ағинәй Зәкирә Хәлиулла ҡыҙы балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе бирһә, икенсе көнөндә ағинәйҙәр кейеҙ баҫыу оҫталығын күрһәтә.
Әйтергә кәрәк, бына 10 йыл Әлшәй «Ағинәйҙәр» ойошмаһын Рәйсә Сәхибгәрәй ҡыҙы Мөфтиева етәкләй. Ул сәсән телле, уңған, итәғәтле оҫта етәксе булып танылды. Беҙҙең бар эштәр ҙә кәңәшләшеп эшләнелә. Бында башҡорт рухлы, бер эштән дә ҡурҡмаған, оҫта ҡуллы, иң әүҙем инәйҙәр тупланған.
Кейеҙ баҫыу - үҙе бер йола, сөнки уны күмәк кеше башҡара. Әлшәй районы ағинәйҙәре Аҡҡолай ауылында Миләүшә Яхина етәкселегендә кейеҙ баҫыу йолаһын ауыл халҡына, балаларға үткәргәйне инде. Балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, шәл бәйләү – ниндәйҙер бар ғәмгә үткәрә торған йола ғына түгел, ә борондан килгән башҡорт халҡының шөғөлө лә, кәрәкле кәсебе лә – йәғни донъя ихтыяжы. Беҙҙең Дим буйында һәр башҡорт өйөндә балаҫ һуҡҡандар, кейеҙ баҫҡандар, шәл бәйләгәндәр. Билдәле булыуынса, уларҙы һикегә (урындыҡҡа) түшәп һалһаң, иҫ китмәле файҙалы ла, йомшаҡ та түшәк булған.
Әлеге ваҡытта беҙҙең төп маҡсат оло кейеҙ баҫыу түгел, ә махсус хәрби операциялағы һалдат егеттәренә йылы билбауҙар эшләү. Беҙ бөгөн ҡатмарлы сәйәси-ижтимағи шарттарҙа йәшәйбеҙ. Илдә махсус хәрби операция бара. Бындай ваҡытта беҙ ҙә ситтә ҡала алмайбыҙ, урыны менән ирекмәндәр ҙә булып китәбеҙ. Әлеге мәлдә һәр ауылда маскировка селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар, был йәһәттән ағинәйҙәр әүҙемлек күрһәтә. Бик күп тапҡыр гуманитар ярҙам – посылкалар, йылы кейемдәр ебәрелде. Мәҫәлән, бәләкәй генә Сурай ауылында ағинәй Зөбәржәт Садиҡ ҡыҙы етәкселегендә 40-тан ашыу селтәр үрелде.
Бына әле лә, 10 февралдә, Украинала хәрби хеҙмәттә булған һалдат уландарыбыҙға билгә бәйләү өсөн һарыҡ йөнөнән билбауҙар, бетеүҙәр эшләргә йыйылдыҡ. Эште етәксебеҙ Рәйсә Сәхибгәрәй ҡыҙы, хәйерле көн теләп, башлап ебәрҙе. Ул тәүҙә һарыҡ йөнөнөң файҙаһы, борон-борондан уның ҡулланылышы, хатта дауалау көсө булыуы тураһында һөйләп үтте. Ә аяҡ кейеме эсенә кейеҙ олтораҡ һалып ебәрһәң, һалҡын ҡышта рәхәтләнеп йөрөйһөң. Һарыҡ йөнөнән төрлө нәмәләр эшләү оҫтаһы - ағинәй Фирҙәүсә Зәкәриә ҡыҙы күргәҙмә ҡуйғайны. Унда кейеҙ түбәтәйҙәр, бейәләйҙәр, аяҡ кейемдәре, бәләкәй балаҫтар, хатта төҫлө сәскәләр менән мәрйендәр ҙә (муйынсаҡ) бар ине.
Артабан кейеҙ баҫыр өсөн йөндө махсус аяла Гөлнур Хаммат ҡыҙы үҙенең Фәриҙә әхирәте менән аялап ултыра, йәки йөн тетә. Шунан һүҙ кейеҙ баҫыусыларға бирелә. Был процесс тулыһынса тиерлек күрһәтелде. Оҫта ҡуллы Фәнүрә Нәжметдин ҡыҙы, Фирдәүсә Зәкәриә ҡыҙы, Зәкирә Хәлиулла ҡыҙы йөндө тигеҙ итеп түшәп, эшкә тотондолар. Өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп, һабынлап, ныҡлы бер туҡыма килеп сыҡҡансы, төрлө йүнәлештә ышҡынылар. Был процеста йөн туҡымалары бер-береһе менән буталырға тейеш. Шунан һабынын, һыуын һығып төшөргәс, төп эш - кейеҙҙе уҡлау менән тәгәрәтеү башлана. Аҙаҡ тигеҙләп, ҡаҡҡылап-һуҡҡылайһың да һалҡын һыуҙа сайҡап, киптерергә ҡуяһын. Күҙ теймәһен, оло йәштәге инәйҙәр булыуына ҡарамаҫтан, ҡулдары уйнап, йүгереп тора.
Кейеҙҙең кипкәнен көтөп тормаҫ өсөн, алдан әҙерләп ҡуйылған, киптерелгән кейеҙҙән билбау тегеү күрһәтелде. Был эште ағинәй Әлфиә Минулла ҡыҙы һөйләп, тегеп күрһәтте. Янында уға ярҙам итеп, өлгөләрен киҫеп тороусы Гөлфруз Йәғәфәр ҡыҙы бар ине.
Тирмәлә ике ҡул машинаһы текелдәп эшләп ултыра. Ә икенсе машинала ағинәй Ғәлиә Ғәли ҡыҙы бетеүҙәр өсөн күндән өсмөйөштәр тегә. Бетеү тураһында һүҙҙе ағинәй Светлана Зәки ҡыҙы алды. Ул уның эшләнеше, әһәмиәте тураһында бәйән итте.
Бетеү – дини кешеләрҙең доға яҙып, күн менән өскөлләп көпләп, ауырыуҙан, зәхмәттән, бәхетһеҙлектән һаҡлай торған нәмәһе. Беҙ алдан доғаларҙы яҙып, ксерокстан үткәреп алып килдек, сөнки бик күп эшләргә кәрәк.
Эш башлар алдынан ағинәй Гөлсәсәк Сәйетгәрәй ҡыҙы бетеүгә һалынасаҡ доғаларҙы Ҡөрьән аятын уҡып өшкөрҙө. Украинала махсус хәрби операцияла булған уландарыбыҙҙы ошо бетеүҙәр дошман пуляһынан һәм дрондарҙан һаҡлап алып ҡалһын тип теләктәр теләнек, рухтарын күтәрергә тырыштыҡ.
Эш өҫтәле артында ултырған ағинәйҙәр Зөлфиә Малик ҡыҙы, Миләүшә Шәңгәрәй ҡыҙы, Зөбәржәт Садиҡ ҡыҙы бетеү эшләнеләр. Беҙҙең ҡулдар менән эшләнгән бетеүҙәр һалдат егеттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыр тип ышанабыҙ.
Юғары идеялар менән йәшәү – беҙҙең халҡыбыҙҙың ҡанында, матур сифат. Беҙ – бирешмәҫ халыҡ! Шуғалыр ҙа бөгөн ил һағына баҫыусылар күберәк. Беҙ, ағинәйҙәр, уларҙы Еңеү менән ҡайтыр тип өмөт итәбеҙ. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ ҡайтһын, донъяларыбыҙ нурланһын.
Люция Зәйнулла ҡыҙы Аҙнағолова-Шәкүрова.
Әлшәй районы ағинәйе, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.