

Дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә диктант яҙҙы. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре белем биреү акцияһына ҡушылып, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы.
Ҡатнашыусыларға билдәле башҡорт шағирәһе һәм журналисы Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Беҙ – һуғыш балалары" китабынан өҙөк буйынса текст тәҡдим ителде. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалындағы тура эфир барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ринат Күлтоманов уҡыны.
Башҡорт телендә иркен аралашҡан хеҙмәткәрҙәр Миләүшә Ҡаһарманованың “Онотмаҫҡа” тигән тексы буйына диктант яҙҙы. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалының мәғлүмәт программаларының баш редакцияһы етәксеһе урынбаҫары Айнур Кәбиров уҡыны.
Республика Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән бергә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Ринат Камал Һәм Флүр Ғәлимов та диктант яҙҙы.
Мәғариф акцияһы 11-се тапҡыр уҙғарылды. Тәүге тапҡыр ул 2015 йылда үтә. Журналист, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның идеяһын ул саҡта Башҡорт дәүләт университеты (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты) ғалимдары Риф Әхмәҙиев, Гөлфирә Абдуллина, Николай Морозкин хупланы. Артабан сара халыҡ-ара кимәлгә сығып, йыл һайын халыҡ тарафынан көтөп алынған матур проектҡа әйләнде.
Бөгөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы майҙансығында ла тәүге тапҡыр Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтте. Бында диктантты офлайн яҙырға һәм телдең башланғыс кимәлен тикшерергә теләүселәр йыйылды. Улар араһында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар булды.
Диктор Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәт, милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссияһы рәйесе, күп балалы әсәй, продюсер, телевидение алып барыусыһы Роза Хузина булды. Ҡатнашыусылар билдәле журналист Һәм йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Биишева хәтирәләре буйынса башҡорт шағирәһе һәм журналисы Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Беҙ – һуғыш балалары" китабынан өҙөк буйынса диктант яҙҙы.
ФЕКЕРҘӘР
Данияр Абдрахманов, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе:
– Сара шәхесте, тамырҙарҙы, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл беҙ акцияға ҡатнашыусылар булараҡ түгел, ә ойоштороусылар булараҡ ҡушылырға һәм кешеләрҙе үҙ майҙансығыбыҙға саҡырырға ҡарар иттек.
Лида Иҫәргәкова, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары:
– Бөгөнгө текст бик ҡыҙыҡлы булды. Беҙҙең майҙансыҡта ҡатнашыусыларҙың йәше – 14 йәштән өлкәндәр. Республикабыҙҙа башҡорт теле – дәүләт теле, шуға күрә уны өйрәнеү бик мөһим. Илһөйәрлек туған телдән һәм мәҙәниәттән башлана.
Билдәләп үтергә кәрәк, 2019 йылда башҡорт теленән диктантты 70 меңгә яҡын кеше яҙғайны, 2024 йылда был һан 410 меңгә етте.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән һәм БР Йәмәғәт палатаһынан.