Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Апрель 2025, 18:00

Диктант яҙырға кескәй Мәликә лә килде

51-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәр йәһәттән өлгө күрһәтә. Әйткәндәй, Башҡорт теленән диктантты бөгөн һәм иртәгә – 27-28 апрелдә лә яҙырға мөмкин. 

Диктант яҙырға кескәй Мәликә лә килде
Диктант яҙырға кескәй Мәликә лә килде

Кисә, 26 апрелдә, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы башланды. Ул өс көн – 26-28 апрелдә дауам итә.

Өфө ҡалаһындағы 51-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре диктант яҙырға матур милли кейемдә килгән ине. Улар менән бергә сарала тәрбиәсе Ләйсән Марат ҡыҙының дүрт йәшлек ҡыҙы Мәликә лә ҡатнашты. 

– Беҙҙең балалар баҡсаһы бер нисә йыл инде М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты менән хеҙмәттәшлек итә. Студенттар беҙҙә практика үтә, асыҡ дәрестәргә килә. Факультет ғалимдары менән берлектә  “Серле өндәр донъяһында” тигән методик ҡулланма, эш дәфтәре әҙерләнек. 2023 йылда баҫылып сыҡҡан методик ҡулланма һәм дәфтәрҙәр менән хәҙер бөтә республика тәрбиәселәре ҡуллана. Уларҙы өлкән төркөм балаларына үҙенсәлекле башҡорт өндәрен өйрәтеү өсөн файҙаланалар.

Ғөмүмән, беҙҙең баҡсаның тәрбиәселәре бик әүҙем. Район, ҡала, республика кимәлендә үткән сараларҙа, конкурстарҙа даими ҡатнашырға тырышабыҙ. Балалар баҡсаһында Милли кейем көнө, йола байрамдары ойоштороп, балаларҙы илһөйәр , рухлы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ә башҡорт телендә диктант яҙыуҙа йыл һайын ҡатнашабыҙ. Ата-әсәләр менән бергәләп яҙыуҙы ла ойошторабыҙ. Быйыл иһә факультет деканы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙының саҡырыуын ҡабул итеп, Башҡорт дәүләт педагогия университетына килеп яҙҙыҡ. Берҙәмлек һәм рух байрамы ныҡ оҡшай, – тине ошо балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар эшләгән тәрбиәсе Шәүрә Самарбай ҡыҙы Ярмуллина.  

“Балалар  бәләкәйҙән ошондай сараларҙың мөһимлеген тойоп, ата-әсә менән бергә йөрөп, аралашып үҫкәндә – телебеҙ йәшәр, рухыбыҙ ныҡ булыр”, - тигән фекерҙе лә еткерҙе 51-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре. 

Өҫтәрәк билдәләүебеҙсә, диктантты бөгөн һәм иртәгә лә яҙырға мөмкин. Уның яҙмалары https://bashdictant.ru/  сайтына, https://vk.com/bash_tvhttps://vk.com/bash_fond сәхифәләренә ҡуйылған. Теләүселәр уларҙы ҡарап, диктант яҙып, эштәрен тикшертеү өсөн фотоһын (сканын) https://t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына йәки bashdictant2025@yandex.ru электрон почтаһына ебәрә ала. 

Автор һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның матбуғат хеҙмәте фотолары.

#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2025
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам 

Диктант яҙырға кескәй Мәликә лә килде
Диктант яҙырға кескәй Мәликә лә килде
Диктант яҙырға кескәй Мәликә лә килде
Диктант яҙырға кескәй Мәликә лә килде
Диктант яҙырға кескәй Мәликә лә килде
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас