Сорғот ҡалаһында йәшәгән башҡорттарҙың үҙ-ара берҙәм булыуы, был төбәктә бихисап милли ойошмаларҙың әүҙем эшләп килеүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Улар кисә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһына ла ихлас ҡушылды.
– Беҙ төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт иткән 50-нән ашыу кеше бергәләп диктант яҙҙыҡ. Яҡташтарым – баймаҡтар күп кенә булды. Ғөмүмән, аралашып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дуҫ-татыу йәшәйбеҙ, – тине Сорғот ҡалаһынан уҡытыусы Земфира Рәшит ҡыҙы Ғирфанова.
Әйткәндәй, Башҡорт теленән диктантты бөгөн һәм иртәгә – 27-28 апрелдә лә яҙырға мөмкин. Уның яҙмалары https://bashdictant.ru/ сайтына, https://vk.com/bash_tv, https://vk.com/bash_fond сәхифәләренә ҡуйылған. Теләүселәр ошо яҙмаларҙы ҡарап, диктант яҙа ала.
Эштәрегеҙҙе тикшертеү өсөн диктанттың фотоһын (сканын) https://t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына йәки bashdictant2025@yandex.ru электрон почтаһына ебәрегеҙ.
Фотолар: З. Ғирфанова.
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2025
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам