Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Июнь 2025, 21:00

11 йәшлек ҡыҙ һабантуйҙа һарыҡ алған!

Ауыш бағана һелкенә, һарыҡ сат йәбешеп үлән ашай. Өҫтәүенә, ҡыҙ ярты юлды үтеүгә, арҡанға бәйле мал... 

11 йәшлек ҡыҙ һабантуйҙа һарыҡ алған!
11 йәшлек ҡыҙ һабантуйҙа һарыҡ алған!

Бөгөн Баймаҡ районы һабантуйында ҡатнашыусылар ғәжәпләнерлек тә, һоҡланырлыҡ та күренештең шаһиты була: 11 йәшлек кенә ҡыҙ ауыш бағанаға менеп, һарыҡ алыуға өлгәшә. 

Кем тиһегеҙме был сая ҡыҙыҡай? Ул - Ханты-Манси автономиялы округының Түбәнге Сартым ҡалаһынан ҡунаҡҡа килгән Сулпан исемле һылыуҡай. Атаһы Радик Дәрминев - Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан, ә әсәһе Гөлсәсәк - Беренсе Этҡол ауылы ҡыҙы. Сулпан быйыл 5-се класты тамамлаған. 

Бәләкәй ҡыҙыҡайға ауыш бағана буйлап арҡанға бәйләнгән һарыҡты етәкләп төшөү еңел бирелмәй, сөнки бағана һелкенә, һарыҡ сат йәбешеп үлән ашай. Өҫтәүенә, ҡыҙ ярты юлды үтеүгә, арҡан малдың аяҡтарына уралып, һарыҡ бөтөнләй атламай алмай ята ла ҡуя. Сулпан шулай ҙа бирешмәй, оҫта эш итеп, һабантуй бүләген лайыҡлы алыуға өлгәшә. Афарин тибеҙ шәп ҡыҙыҡайға! Киләсәктә лә шулай уңышлы, өлөшлө, даланлы бул! 

Фото һәм видео "Баймаҡтар" төркөмөнән. 

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас