Яңыраҡ Өфөлә Бельгия сәйәхәтсеһе Клод Бруир булып китте. Ул Брюссель ҡалаһынан Шанхайға улына ҡунаҡҡа китеп бара. Шуныһы ҡыҙыҡ: велосипедта.
Европаны үтеп, Рәсәйгә килеп еткән бельгий кешеһе артабан Ҡаҙағстан аша Ҡытайға сыҡмаҡсы. Шулай итеп, 19 аҙнала 12 мең километр уҙып, 31 авгусҡа Шанхайға барып етмәксе ул.
Өфөлә ул бер аҙға тотҡарлана. Сөнки ҡалала "Мең велосипедсы көнө" уҙасағын белеп ҡала. Йәнә ул ҡурайсы Азат Биксурин менән осраша. Музыкант ҡунаҡ алдында ҡурай яһап, оҫталыҡ дәресе үткәрә һәм сәйәхәтсегә бер ҡурайын бүләк тә итә.
Шул рәүешле махсус һауытта башҡорт ҡурайы Ҡытайға китте. Хәйерле юл!
Фото: https://vk.com/azat1975