3-6 июлдә Учалы районының Ҡотой ауылында етенсе "Олотау йыйыны" фестивале үтә. Унда футбол турнирынан тыш, күп кенә ярыштар ҡаралған. Бүләктәр ҙә тос ҡына.
Мәҫәлән, еңеүселәр ат һәм һыйыр аласаҡ. Радик Булат улы Фазлетдинов икенсе йыл рәттән башҡорт тоҡомло ат инселәй. "Сиҙәм" командаһы уйынсыһы Вадим Ҡазыханов футбол яланын уратып алырға селтәрҙәр алған.
Хәҙер был йыйын халыҡ-ара статусын йөрөтә. Быйыл Ҡаҙағстандан һәм Беларусь Республикаһынан да ҡатнашыусылар була.
Килегеҙ! Ҡарағыҙ!
Фото: https://vk.com/olotau