Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
30 Июнь 2025, 21:45

Башҡортса һүҙҙәр тауарҙарҙың танылыуын арттырыуға булышлыҡ итә

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында маркетингта башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе ҡулланыу мәсьәләһен тикшерҙеләр 

Башҡортса һүҙҙәр тауарҙарҙың танылыуын арттырыуға булышлыҡ итә
Башҡортса һүҙҙәр тауарҙарҙың танылыуын арттырыуға булышлыҡ итә

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында тауарҙар һәм хеҙмәттәр атамаларында башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе ҡулланыуға арналған эшлекле осрашыу үтте. Сарала республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ мәҙәниәт, сауҙа һәм брендинг өлкәһендәге төп эксперттар ҡатнашты.

Фекер алышыуҙың модераторы булып Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов сығыш яһаны.

“Тауарҙар һәм хеҙмәттәр атамаларында башҡорт һүҙҙәрен ҡулланыу уларҙың танылыуын арттырыуға һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға булышлыҡ итә. Әммә аңлашылмаусанлыҡтар булмаһын өсөн лексиканы дөрөҫ ҡулланыу бик мөһим”, – тине Данияр Абдрахманов.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ҡайһы берҙә милли лексиканы ҡулланғанда маркетинг хаталары кире һөҙөмтә бирә, һәм клиенттарҙың ҡыҙыҡһыныуы урынына кире эффект барлыҡҡа килеүе ихтимал.

“Тауарҙар һәм хеҙмәттәр атамаларында башҡорт лексикаһын ҡулланыуға ихтирам һәм иғтибар менән ҡарау мөһим”, - тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Гөлназ йосопова.

Был йүнәлештәге эш Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә алып барыласаҡ, федераль һәм төбәк етештереүселәре һәм селтәрҙәре менән үҙ-ара эш алып барыласаҡ.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Башҡортостан Республикаһының милли мираҫы дәүләт реестры тураһында” законына аңлатма биреүҙе һорау ебәрәсәк, ул артабан власть органдарына һәм эре етештереүселәргә йүнәлтеләсәк, БР Йәмәғәт палатаһының мәғлүмәт ресурстарында урынлаштырыласаҡ.

Фото: vk.com/radioashkadar

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас