Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Сентябрь 2025, 16:45

Табиптар башҡортса яҙыуҙарҙың дөрөҫ булыуы яҡлы

Республикала медицина учреждениеларының алтаҡталарын башҡорт теленә тәржемә итеү буйынса пилот проекты старт ала.

Табиптар башҡортса яҙыуҙарҙың дөрөҫ булыуы яҡлы
Табиптар башҡортса яҙыуҙарҙың дөрөҫ булыуы яҡлы

10 сентябрҙә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының алтаҡталарында Башҡортостандың дәүләт телдәрен ҡулланыу өлкәһендә ғәмәлдәге ҡануниәтте үтәүҙе күҙәтеү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үтте.

Уның барышында төбәктең Йәмәғәт палатаһы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә медицина учреждениеларындағы алтаҡталар өсөн башҡорт телендәге яҙыу текстарын әҙерләү буйынса пилот проектын башлау тураһында килешеү төҙөнө. Методик тәҡдимдәр Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан, Өфөнөң 9-сы ҡала клиник дауаханаһынан, республиканың балалар поликлиникаларының береһенән һәм үҙәк район дауаханаларынан алынған мәғлүмәттәргә нигеҙләнә. Тәржемә эшенә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһынан эксперттар саҡырыласаҡ.

Бланктарҙың, рәсми яҙыуҙарҙың тәржемәләрен "БашТәржемә" автоматлаштырылған системаһында эшләргә мөмкин.

Төбәк Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Гөлназ йосопова әйтеүенсә, республикала башҡорт телен Башҡортостандың дәүләт телдәренең береһе булараҡ йәмәғәт киңлегендә ҡулланыуға айырыуса иғтибар бүленә. Августа ул Өфөнөң ике дауаханаһындағы алтаҡталарҙа башҡорт теленең дөрөҫ ҡулланылышына ҡағылышлы йәмәғәт мониторингы үткәргән.

Тикшереү күрһәтеүенсә, ҡайһы берҙә рус теленән башҡорт теленә тәржемә ителгән ҙур, оҙон конструкциялар уҡый алмаҫлыҡ булып китә. Медицина терминологияһын тәржемә итеү ҡатмарлыраҡ, сөнки яҙыуҙарҙың дөрөҫ булыуы менән бер рәттән, уларҙың дауахана пациенттары өсөн аңлайышлы булыуы ла мөһим. Был эштә табиптарға профессиональ лингвистар ярҙам итә ала.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт-аналитика эше һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Ғаяз Бикташев билдәләүенсә, тармаҡ белгестәре башлыса Медицина терминдарының русса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеген ҡуллана, әммә кәрәкле һүҙбәйләнештәр башҡорт теленә тәржемә ителгән әҙер белешмә, әлбиттә, ҡулланыу өсөн уңайлыраҡ буласаҡ. Ул тәржемә менән ярҙам итергә әҙер булған белгестәргә рәхмәт әйтте һәм дөрөҫ яҙылған алтаҡталар – ул Башҡортостандың дәүләт телдәрен ҡулланыу өлкәһендәге законды формаль үтәү генә түгел, ә халыҡ араһында башҡорт телен киңерәк танытыу һәм мәҙәниәтте формалаштырыу, тип билдәләне.

– Беҙ телдең тере организм булыуын аңлайбыҙ, ул үҙгәрә, яңы һүҙҙәр, ҡануниәттә яңы талаптар барлыҡҡа килә, бәлки, ваҡыт үтеү менән белешмәне яңыртырға кәрәктер. Әммә алдағы бер нисә йылда был йыйынтыҡ республиканың медицина учреждениелары өсөн эш механизмы була алыуына ышанабыҙ, – тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина.

Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының Башҡорт энциклопедияһы институтының тәржемә бүлеге начальнигы Гөлназ Кәбирова билдәләүенсә, уларҙың структураһында башҡорт теленә квалификациялы тәржемә менән 2023 йылдан алып шөғөлләнәләр, был тәңгәлдә дауаханалар, шифаханалар менән уңышлы эш тәжрибәһе бар.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.

Табиптар башҡортса яҙыуҙарҙың дөрөҫ булыуы яҡлы
Табиптар башҡортса яҙыуҙарҙың дөрөҫ булыуы яҡлы
Табиптар башҡортса яҙыуҙарҙың дөрөҫ булыуы яҡлы
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас