Кисә Өфөләге "Атайсал" мәҙәниәт һарайында быйылғы "Тамға" конкурсының хәл иткес этабына сығыусылар үҙҙәре теккән милли кейем өлгөләрен тәжрибәле эксперттар алдына сығарҙы.
Башҡорт милли кейеме оҫталары араһындағы халыҡ-ара конкурс быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Унда ҡатнашыуға ғаризалар 25 авгусҡа ҡәҙәр ҡабул ителде. Номинациялар бишәү – “Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция”, “Заманса автор костюмы”, “Балалар кейеме”, “Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре”, “Башҡорт традицион кейеме аксессуарҙары”. Конкурста ҡатнашыуға эштәр 27 августа дистанцион тәртиптә һайлап алынды. Жюри алдында эштәрҙе күрһәтеү этабына Башҡортостандан, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәү ҡалаһынан, Төркиә һәм Үзбәкстандан 60-тан артыҡ милли кейем оҫтаһы һайланды.
Беҙ ҙә коллегам, редакциябыҙ фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов менән башҡорт рухиәте тантана иткән мөхиттә ҡайнап киттек. Кейемдәрҙе жюри алдында яҡлап сыҡҡан ҡатнашыусылар менән яҡынданыраҡ танышып, әңгәмәләшергә, тарихта ҡалыр мәлдәрҙе фотоһүрәттәрҙә сағылдырып ҡалырға тырыштыҡ.
Еңеүселәрҙең исемдәрен иртәгә, Милли кейем көнөндә ишетербеҙ. Байрам саралары ваҡытында ижади ярыштың йомғаҡлау өлөшөн үткәреү ҡаралған.
Рәүилә Ғатауллина.
Һүрәттәрҙә: конкурсанттарҙың һәр эшенә ентекле баһа бирелә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.