Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
29 Октябрь 2025, 23:00

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр

Бөгөн көйөргәҙеләр Иҫке Мораптал ауылында тыуып, милли музыка тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бөйөк яҡташ композиторҙың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған күркәм сараға йыйылды.

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр

Иң тәүҙә ҡунаҡтар һәм район етәкселеге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен йөрөткән музей эшмәкәрлеге менән танышты.

Ғаиләлә үҫкән биш баланың да тауышы иҫ китмәле моңло булған. Йәмле Юшатыр йылғаһы тулҡындары, Яҡут тауында бәүелгән ҡылғандар хозурлығына һоҡланып ҡурайҙа уйнаған көтөүсе малайының  киләсәктә бөйөк шәхес булырын, бәлки, әсәһе лә тоҫмаллағандыр. Сөнки үҙе лә нескә лиризм менән халыҡ моңон башҡарған, һәр йырҙың легендаһын, тарихын белгән.

Туберкулез сиренән атаһы үлеп ҡалғас, ул ағаһы Абдрахман менән Үзбәкстанға юллана. Сит яҡта тыуған төйәген һағынып зарыҡҡан малайҙың моңо йыр булып урғыла, тәүге алҡыштарҙы, тамашасы һөйөүен татый: ул киң танылыу яулай. Көслө, сағыу һәм тетрәндергес милли моң менән яңғыраған илаһи тауыш артабан меңәрләгән кешеләрҙең күңелен яулай.

БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтов - башҡорт профессиональ сәнғәтен башлап ебәреүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән, нигеҙ таштарын һалыуҙа баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күрһәткән арҙаҡлы эшмәкәр.

Музейҙа булған күпселек экспонаттар: фотолары, концерт афишалары Ташкенттан килтерелгән, ә уның бындағы тормошона, ижадына бәйле документтары юҡҡа сығарылған. Талантлы шәхес ҡанлы 1937 йылда НКВД тарафынан ҡулға алына һәм 1938 йылдың 10 авгусында бер юлы 33 кеше (мәшһүр композитор менән бергә яҙыусылар Дауыт Юлтый, Булат Ишемғолов, Төхвәт Йәнәби, Ғөбәй Дәүләтшин, Ғабдулла Амантай, башҡорт театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин-Иманский) атып үлтерелә. “1956 йылда ғына реабилитациялана. 1957 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыйылып килгән ижады халҡыбыҙға тулыһынса ҡайтарыла. Халыҡ  йырсыһы исеме яңынан тергеҙелә. Халыҡ йырын, халыҡ йырсыһын һәм уның моңон йөрәктәрҙән айырып алыу мөмкин түгел”, - тип арҙаҡлы шәхестең яҙмышы менән таныштырҙы музей мөдире Әлфирә Ниғмәтуллина.

Район хакимиәте башлығы Лира Тереғолова, район советы рәйесе Дамир Байгилдин, ауылдаштары һәм башҡа килгән ҡунаҡтар Ғәзиз Әлмөхәмәтов иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә һалғандан һуң, сара Мораптал ауылы мәҙәниәт һарайында дауам итте. Әсә фатихаһын йөрәгенә һалып, үҙе халыҡ йөрәгенә асҡыс тапҡан күренекле шәхестең иҫтәлеген һаҡлауға республикала ла, Көйөргәҙе районында ла күп эш башҡарыла. Өфө ҡалаһында музыкаль тәрбиә биреү интернаты Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен йөрөтә. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йыр бәйгеһе уҙғарыла, Мораптал ауылы биләмәһендәге бер урам уның исеме менән аталған, Мораптал ауылының мәҙәниәт йортон Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа арналған мәрмәр таҡтаташ биҙәй. Тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Хеҙмәт һәм һуғыш даны музейына уның исеме бирелә. Ә иң мөһиме – уның исеме халыҡ күңелендә моңло йыр булып һаҡлана, яҡты йондоҙ булып юл күрһәтә. Үлемһеҙ әҫәрҙәре мәңгелек халыҡ хәтерендә. Тимәк, уның рухы ла тере.

– Сәхнәләге һәр сығыштан ошо тәрән мәғәнәне аңларға була ине. “Көйөргәҙе районы өсөн генә түгел, бар республика өсөн был ҙур дата. Тотош быуат алмашыныуға ҡарамаҫтан, уның ижады кешеләрҙең йәнен арбай, йәшәүгә дәрт бирә, моңландыра, һағыштарҙы тарата, уй-тойғоларҙы йөрәктән йөрәккә еткерә”, - тине район хакимиәте башлығы Лира Тереғолова һәм сәнғәт, музей хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдерҙе.

 “Уның тураһында иҫтәлекте йәш быуындарға еткереү – беҙҙең бурыс. Ауыл мәҙәниәт йортона Ғәзиз Әлмөхәмәт исемен биреүҙе лә юлларға ниәт итәбеҙ”, - ти ауыл биләмәһе башлығы  Рәшит Ғисмәтуллин үҙ сығышында.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән был сарала үҫеп килеүсе йәш быуын вәкилдәренең дә әүҙем ҡатнашыуы бик ыңғай күренеш булды. Яңы Мораптал ауылы Баязит Бикбай исемендәге урта  белем биреү уҡыусылары араһында йырсының портретын һүрәтләү конкурсы еңеүселәрен музей мөдире  Әлфирә Ниғмәтуллина менән спонсор Эльвира Кинйәғолова тәбрикләне, бүләктәр таратты. Тантанала мәшһүр композиторҙың йырҙарын башҡарған урындағы һәм район мәҙәниәт йорто артистары сығышын алҡышлап ҡаршы алды.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың рухы шатланғандыр
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас