Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Ноябрь 2025, 09:00

Дамир Тайыповтың улы Баязит “өйләнгән”

Шундай шәп малайҙың атаһы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамир Тайыпов тағы ниндәй серҙәр менән уртаҡлашты? 

Дамир Тайыповтың улы Баязит “өйләнгән”
Дамир Тайыповтың улы Баязит “өйләнгән”

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамир Тайыповтың улы Баязит – интернет селтәрендә ярайһы уҡ танылыу яулаған малай. Матур йырлай, төрлө сараларҙа үҙен алып барыусы булараҡ та таныта бара Баязит. Атаһы улын төшөргән видеояҙмалары менән үҙенең сәхифәһендә даими уртаҡлашып бара. Был юлы Дамир улы Баязиттың “өйләнеүе” һәм балалар баҡсаһында “туй үткәреүе” тураһында видео менән уртаҡлашты.

Нәргизә һәм Дамир Тайыповтарҙың улдары Баязит менән ҡыҙҙары Сара төшкән видеоларҙы ҡарап күптәр: “Ҡала шарттарында балаларҙы нисек шулай матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәтергә?” тип ҡыҙыҡһына. Был һорауҙы уларҙың үҙҙәренә бирҙек.

– Беренсеһе – өйҙә аралашыу. Йыбанмай русса һүҙҙәрҙең тәржемәһен әйтә барабыҙ. Мәҫәлән, “Атай, может иртәгә магазинға барырбыҙ”, тиһәләр, шунда уҡ “Может” башҡортса нисек була?” тип һорайым. “Бәлки” тиҙәр. Шулай һәр бер русса яңғыраған һүҙҙең тәржемәһен әйтә барғас, был һүҙ уларҙың иҫендә ҡала, икенсе юлы уны башҡортса әйтәләр. Бала иң тәү сиратта туған телен, тарихын белергә тейеш. Ҡалған телдәрҙе балалар баҡсаһында, мәктәптә, урамда дуҫтары менән дә өйрәнә. Икенсе алымыбыҙ – башҡортса китаптар, “Аҡбуҙат” журналын уҡыйбыҙ. Был эш менән күберәк кәләшем Нәргизә шөғөлләнә. Әле бына балалар менән "Урал батыр" эпосын өйрәнә башланыҡ. Өсөнсөнән, үҙебеҙ өлгө күрһәтәбеҙ – өйҙә үҙ-ара тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Барыһы ла ғаиләнән башлана, тигән ҡараштамын, - тине Дамир Тайыпов.

Рухлы башҡорт ғаиләһенә уңыштар, именлек, һаулыҡ!

Видеоның авторы – Дамир Тайыпов https://vk.com/damirtaipov

Фото: видеояҙманан скриншот. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас