Рәссам-модельер, милли кейем конструкторы Гөлнара Вахитова яңыраҡ ошондай яңылыҡ еткерҙе: "Ә минең ҡашмауымдың ҡойроғо хәҙер ВиЦыАн компанияһының матрастарын биҙәй".
Гөлнара һалған фотоларҙа ортопедик матрастарҙа, ысынлап та, ҡашмауҙың аллы-гөллө ҡойроғо һүрәте төшөрөлгән. Матрастар һәм мендәрҙәр етештергән компания октябрҙә Башҡортостан халыҡтарының милли мотивтарына ҡоролған "Нәҫелде һаҡлау" серияһын һатыуға сығарған.
Халыҡ был яңылыҡты ике төрлө ҡабул итте. Кемдер "Матур!", "Ә бит диван-креслоларҙы ла шул рәүешле биҙәргә була", "Матрастар менән мендәрҙәр ҙә шулай матур булырға тейеш", "Умыртҡа һөйәгем ауырта. Мин бының өҫтөндә рәхәтләнеп ятыр инем. Арҡама ла файҙалы һәм шундай матурлыҡтан рәхәт тә булыр ине" тип яҙа.
Ә кемгәлер милли байлығыбыҙҙы, һүрәтен булһа ла, аҫҡа түшәп ятыуҙы оҡшатманы. "Миңә бөтөнләй оҡшамай башҡорт кейемен улай теләһә ҡайҙа яһаһалар. Матрастарға матур сәскәләр йәки башҡа биҙәктәр бара. Был бит ҡашмау", - ти кемдер. Бәғзеләр быны башҡорт кейемен мыҫҡыл итеү ти: "Килешмәйем. Ҡатын- ҡыҙҙың матурлығын, намыҫын һаҡлаусы ҡашмау матраста булһын әле..."
ВиЦыАн вәкилдәре үҙҙәре быны: "Етештереүсе ҡашмауҙың бер өлөшөн - умыртҡа һөйәген ҡаплап торған ҡойроҡто, йәғни арҡаны ҡаплаусы арҡалыҡ элементын ғына ҡуллана. Баш кейеме үҙе орнаментта файҙаланылмай. Мәғәнәһе шунда: арҡаны һәм умыртҡа һөйәген кире тәьҫирҙән һаҡлаған элемент та матраста арҡа тапҡырында буласаҡ, шуның менән: йоҡлап ятҡан кеше физик яҡтан ғына түгел, энергия кимәлендә лә һәр яҡлап яҡлана. Был алым тән менән рухтың үҙ-ара бәйләнеше тураһындағы боронғо белемдәргә нигеҙләнгән, унда умыртҡа һөйәге энергия балансын һаҡлаусы күсәр ролендә сығыш яһай", - тип аңлата.
Ә һеҙгә был идея нисек? Оҡшаймы? Әллә быны ярамаған эш тип һанайһығыҙмы?
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-152721456_26089
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!