Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Ғинуар , 21:30

Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы

Матур һәйкәл уның тыуған яғында - Әбйәлил районы Ишбулды ауылына ингән ергә ҡуйылған. Ауылда барған бөтә изге эштәрҙең башланғысында ауыл халҡы, уларҙы бергә туплаусы, ойоштороусы эшҡыуар Азамат Насип улы Зарипов тора.

Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы

Әбйәлил районы Ишбулды ауылы халҡы үҙ көсө менән төҙөп сафҡа индергән боҙ ҡабы менән былтыр "Юлдаш" радиоһының "Атайсалға изге эштәр" конкурсында ҡатнашып еңеүсе булған. Конкурстың шарты буйынса еңеүсе ауылға радионың билдәле алып барыусылары танылған йырсылар менән бергә концерт менән килергә вәғәҙә иткән. Улар һүҙендә тороп, ауылға йырлы-моңло, уйын-көлкөлө тамаша менән килеп төшкән. Ишбулдылар был сараға ентекле әҙерләнгән. Ауыл осона беҙҙең “Башҡортостан” редакцияһының биҙәлеш мөхәррире, рәссам Нәсих Хәлисовтың эскизы буйынса стела ла ҡуйғандар.

Юлдаштар алып килгән тамаша алдынан район башлығы Айрат Әминев менән район советы рәйесе Айбулат Хәйбуллин ауылдың иң лайыҡлы шәхестәренә наградалар тапшырған. Нәсих Хәлисовҡа “Әбйәлил районының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән почет билдәһе бирелгән. Хеҙмәттәшебеҙҙе лайыҡлы исем бирелеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Әйткәндәй, иртәгәһенә "Юлдаш"тар республика күләмендә еңеү яулаған боҙ майҙансығын һынап та ҡараған: майҙан хужалары менән хоккей уйнаған. Микрофон артында ғына эшләгән ир-егеттәр һис һынатмаған. Уйын 5:5 иҫәбе менән тамамланған. Радио йондоҙҙары менән дуҫтарса матч МХО-ла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған турнирға дәртле башланғыс биргән. Һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре ҡунаҡтарға, ауыл халҡына  тышта самауырлы сәй, былаулы табын әҙерләгән. Ишбулды ауылындағы евроремонт эшләнгән мәсет тә ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килгән. Бигерәк тә уларҙы бында һаҡланған Мөжәүир хәҙрәттең таяғы ҡыҙыҡһындырған. Мәктәптә лә улар ҡәҙерле ҡунаҡ булғандар. Юлдаштар Әбйәлилдән бай тәьҫораттар менән ҡайтҡан.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Нәсих Хәлисов һәм автор фотолары.

Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Хеҙмәттәшебеҙ – стела авторы
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас