“Башҡортостан республикаһы фәндәр академияһы" дәүләт ғилми учреждениеһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты, Алишер Навои исемендәге Ташкент дәүләт үзбәк теле һәм әҙәбиәте университеты, Көнбайыш Ҡаҙағстан инноватив технология университеты, Т. Эрматов исемендәге Бишкәк музыка-педагогия институты ғалимдарҙы һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе 2026 йылдың 10 февралендә, Өфөлә үтәсәк "Евразияның күп мәҙәниәтле киңлегендә халыҡ ижады: барлыҡҡа килеүенән алып бөгөнгө көнгә тиклем" тип исемләнгән халыҡ-ара “түңәрәк өҫтәл”гә саҡыра.
Ул абруйлы фольклорсы һәм ғалимә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның 90 йәшлек юбилейына һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә арнала.
Конференция хәҙерге фольклористиканың мәҙәниәт-ара бәйләнештәр контексында милли йолаларҙы һаҡлау, ауыҙ-тел ижады мираҫын анализлау буйынса яңы методика, эпик мираҫты үҙгәртеп ҡороу, күп мәҙәниәтле мөхиттә фольклор традицияларын яңыртыу кеүек мөһим йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Ҡатнашыусылар рус, инглиз, башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙә эштәр менән сығыш яһай аласаҡ.
Заявканы folk2026@inbox.ru электрон адресына ебәрергә, ә коллектив монографияла хеҙмәт баҫтырыу өсөн эштәрҙе 2026 йылдың 10 февраленә тиклем тапшырырға кәрәк.