Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Февраль , 09:00

“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы

  “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуынға еткереү маҡсатында  Мәләүез районының Иштуған ауылында үткән байрамға йыйылды

“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы
“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы

Ауылдың мәҙәниәт йортонда боронғо йолалар, сәсәндәрҙең тере һүҙе, йола фольклорының тәрәнлеге бергә ҡушылған күркәм  “Урал батыр” байрамы үтте.

Сараның махсус ҡунағы һәм илһамландырыусыһы – филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Розалия Солтангәрәева йолаларҙың мәғәнәһен аңлатты. Район мәктәптәре уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем үлемһеҙ эпос юлдарын сәхнәнән ишеттерҙе. Айырыуса Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Илсур Абдрахмановтың сығышы сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды.

Байрамға килеүселәр “Ҡот ҡайтарыу” һәм башҡа йола-ырымдар аша яуызлыҡтың, дошманлыҡтың һәм яу ялҡынының һүнеүен, ә мөхәббәт утының, йорт усағының һәм күңел йылыһының дөрләүен теләне. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән ҡул эштәре күргәҙмәләре, концерт номерҙары сараны айырата йәмләне.

“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы
“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы
“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы
“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы
“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы
“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы
“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы
“Урал батыр” тел һөйөүселәрҙе йыйҙы
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас