“Һомай” йырының Белоретҡа ниндәй ҡағылышы бар?

8 июндә был турала бөтәһе лә беләсәк, ишетәсәк. Көтәбеҙ!

“Һомай” йырының Белоретҡа ниндәй ҡағылышы бар?“Һомай” йырының Белоретҡа ниндәй ҡағылышы бар?
“Һомай” йырының Белоретҡа ниндәй ҡағылышы бар?

“Әй Йола” (AY YOLA) төркөмө үҙенең хитында йырлаған Һомай — Урал батырҙың юлын күрһәткән Ҡояш ҡыҙы. Бер фараз буйынса, Урал батыр үҙе Белорет районында ерләнгән. Исмаҡай ауылына етәрәк, урман эсендәге аҡланда махсус мемориал да ҡуйылған. Шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә миллиондарса кешеләр ҡараған клиптың бер өлөшө беҙҙең районда — Ирәкташ ҡаялар теҙмәһендә төшөрөлгән.

Яңыраҡ Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов һәм “Әй Йола” төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов муниципаль хеҙмәт ветераны, Исмаҡай ауылында тыуып үҫкән Хафиз Мөжәүир улы Иҙрисов менән осрашты.

Улар Исмаҡай ауылында яңы иҫтәлекле датаға арналған сара үткәрергә тәҡдим итте – 8 июндә беҙ унда тәүге тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Был көн - 2025 йылда республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Указы буйынса булдырылған байрам.

 

Фото: Белорет районы хакимиәтенән.

“Һомай” йырының Белоретҡа ниндәй ҡағылышы бар?
“Һомай” йырының Белоретҡа ниндәй ҡағылышы бар?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас